+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Бәйгеләр
14 Февраль 2025, 04:59

Борон-борон заманда...

 Әбйәлил районының Балалар ижады йортонда башланғыс синыфтар уҡыусылары өсөн «Һаумы, һаумы, әкиәт!» конкурсы уҙҙы.

Борон-борон заманда...Борон-борон заманда...
Борон-борон заманда...

 Әкиәтселәр донъя халыҡ әкиәттәрен башҡорт телендә һөйләү оҫталығын күрһәтте.
Һәр ҡатнашыусы үҙенең хислелеге, оҫталығы, ихласлығы, маһирлығы менән айырылып торҙо. Үҙенсәлекле һәм мауыҡтырғыс сығыштар ҡарап, сағыу образдарға һәм декорацияларға һоҡландыҡ, йырҙар һәм музыка ҡоралдарында башҡарылған матур көйҙәр тыңлап кинәндек.

«Йәш әкиәтсе» номинацияһында иң-иңдәр булып Асҡар урта мәктәбенең I синыф уҡыусыһы Айгөл Зарипова, Атауҙы урта мәктәбенең I синыф уҡыусыһы Юлиана Сафуанова, Ҡушый башланғыс мәктәбенең I синыф уҡыусыһы Йәсминә Әхмәрова танылды.

«Яңғыҙ номер башҡарыу» номинацияһында Таһир Күсимов исемендәге гимназияһының II синыф уҡыусыһы Риана Хәйбуллина менән гимназияның III синыф уҡыусыһы Бәхтийәр Мулләхмәтов, Йәнгел урта мәктәбенең III синыф уҡыусыһы Айгизә Мөхәмәтшиналар еңеүсе тип танылды.

Шулай уҡ башҡа әкиәтселәр «Еңеүгә ынтылыш», «Артистизм һәм импровизация һәләте», «Тамашасы һөйөүе», «Әкиәтте сәхнәләштереү» номинацияларында билдәләнде.

Еңеүселәргә ижади уңыштар теләйбеҙ. Һәр кем әкиәт уҡып һәм тыңлап үҫһен!

Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас