+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Бәйгеләр
14 Февраль 2025, 10:28

Йәш тасимовсылар үҫә

«Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы «Бишек» ойошмаһы менән берлектә Республика Башлығы гранттары фонды ярҙамында Исмәғил Тасимов исемендәге «Асыш» медиапроектын тормошҡа ашыра. Исмәғил Тасимов исеме юҡҡа ғына һайланмаған. Рәсәйҙең тәүге техник юғары уҡыу йорто — Санкт-Петербург ҡалаһындағы тау институтына нигеҙ һалыусы ул.

Йәш тасимовсылар үҫәЙәш тасимовсылар үҫә
Йәш тасимовсылар үҫә

Үҙе — хәҙерге Пермь өлкәһе Ҡуян ауылында тыуған ғәйнә башҡорто. Бөгөнгө көндә тау институты илдә иң алдынғыларҙың береһе иҫәпләнә.

«Асыш» проекты уҡыусылар араһында теүәл фәндәргә ҡыҙыҡһыныу уятыу ниәтенән булдырылған. Конкурсҡа «Кеше һәм тәбиғәт», «Кеше һәм техника», «Кеше һәм һаулыҡ», «Кеше һәм донъя», «Кеше һәм ер» тигән номинациялар буйынса эштәр ҡабул ителгән. Тәүге турға йәш ғалимдар тикшеренеү эштәре тураһында видеопрезентация ебәргән. Абруйлы жюри комиссияһы уларҙан иң яҡшы 20 эште һайлап, авторҙарын икенсе турға саҡырған. Икенсе тур «Торатау» конгресс-холында уҙҙы. Тәүге тур еңеүселәре Дыуан, Белорет, Бөрйән райондарынан, Дәүләкән, Дүртөйлө, Нефтекама, Өфө ҡалаларынан. Был юлы проекттарын эксеперт советы алдында яҡланы. Башҡортостандың атҡаҙанған металлургы Рәсих Хәмитов, ауыл хужалығы фәндәре докторы Фирзинат Дәүләтов, йәш ғалим Марс Ғәләүетдинов кеүек республикабыҙҙың абруйлы шәхестәре алдында сығыш яһаны улар. Араларында Исмәғил Тасимовтың тыуған ауылы Ҡуяндан Сулпан Мәүлитова ла булыуы ҡыуаныслы. Әйткәндәй, ул радон тураһындағы тикшеренеү эше менән II урынға лайыҡ булды.

Төрлө номинацияларҙа еңеүсе исеменә Әмир Ибраһимов (Өфө, 93-сө физика-математика лицейы), Камила Солтанова (Өфө, «Эколог» үҙәге), Булат Яхин (Өфө, 161-се лицей), Эмиль Садрисламов (Өфө, 34-се мәктәп), Раил Әкрәмов (Дүртөйлө, Назар Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһы) һәм Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт интернат-гимназияһынан ҡатнашыусы уҡыусылар төркөмө — Ярослав Калашников, Алмаз Рәшитов, Айназ Хисмәтуллин, Азат Сәхәбетдинов, Батыр Мәхмүтов лайыҡ булды.

Бүләкләү тантанаһында Башҡортостан Республикаһы Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Тамара Танһыҡҡужина, Башҡортсотан Башлығы гранттары фонды рәйесе Люциә Сәйфуллина, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡортма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов һәм республикабыҙҙың башҡа абруйлы шәхестәре ҡатнашты. Улар еңеүселәрҙе ҡотлап, ошо йүнәлештә артабан да эшләүҙәрен дауам итеүҙәрен теләне. II III урын алыусылар, махсус призға лайыҡ булыусылар, шулай уҡ тәүге турҙа айырылып торған эштәр авторҙары ла диплом, иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнде. Абсолют еңеүсе булып Әмир Ибраһимов танылды.

Ысынлап та, теүәл фәндәргә, эҙләнеү-тикшеренеү эштәренә ҡыҙыҡһыныуҙары ҙур булған уҡыусыларҙы ошондай проектҡа йәлеп итеү, дәртләндереү үҙ емештәрен бирер. Бөгөнгө еңеүселәр киләсәктә, республикабыҙ иҡтисадын үҫтерер билдәле шәхестәр булып китер әле.

«Асыш» проектының киләһе өлөшө — йәш ғалимдар тураһында видеофильмдар төшөрөү. Улар менән «Тамыр» телеканалы аша һеҙ ҙә танышырһығыҙ, дуҫтар.

Фото: vk.com.

Йәш тасимовсылар үҫә
Йәш тасимовсылар үҫә
Йәш тасимовсылар үҫә
Йәш тасимовсылар үҫә
Йәш тасимовсылар үҫә
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас