+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Бәйгеләр
25 Февраль 2025, 14:20

«Нур»ҙарҙың уңыштары!

Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса тормошҡа ашырылған «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә Өфө ҡалаһының «Химик» мәҙәниәт һарайында Халыҡ-ара балалар хореографияһы бейеү буйынса ҡышҡа арналған асыҡ фестиваль уҙҙы.

«Нур»ҙарҙың уңыштары!«Нур»ҙарҙың уңыштары!
«Нур»ҙарҙың уңыштары!

 Бер сәхнәлә төрлө халыҡ бейеүҙәрен башҡарған йәш коллективтар йыйылды.

Сағыу милли костюмдарҙа сығыш яһаған балалар халыҡ мәҙәниәтен уның бөтә төрлөлөгөндә күрһәтә алды. Ижади әһәмиәтле проектлы сарала 147-се Василий Томаров исемендәге мәктәптең «Нур» бейеү коллективы ла ҡатнашты. Фестивалдә үҙенең оҫталығын күрһәтеп, беренсе дәрәжә дипломға лайыҡ булдылар. Балалар бейеү ансамблен башҡорт хореография сәнғәтен һаҡлауға һәм популярлаштырыуға ҙур өлөш индергән һәләтле, тырыш йәш хореограф Әлиә Шәмил ҡыҙы Яҡупова етәкләй. Коллектив ҡыҫҡа ғына вакыт эсендә танылыу яулап өлгөрҙө. Эксперттар ҡатнашыусыларҙың бейеү оҫталығын ғына түгел, сәхнә кейемдәрен, уларҙың артислыҡ һәләтен, команданың үҙенсәлеклелеген һәм сәхнәлә бейеү талаптарының үтәлешен бик юғары баһаланы.

Сираттағы бәйгенән еңеү менән ҡайтыуҙары ҙур шатлыҡ. Афарин, «Нур»ҙар!

Мәүзилә ҮТӘЕВА.

 

«Нур»ҙарҙың уңыштары!
«Нур»ҙарҙың уңыштары!
«Нур»ҙарҙың уңыштары!
«Нур»ҙарҙың уңыштары!
Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас