Донъяла мәңге ҡалыр эш –
Ул да булһа, яҡшылыҡ.
Күккә лә осор – яҡшылыҡ,
Һыуға ла батмаҫ – яҡшылыҡ,
Телдән дә төшмәҫ – яҡшылыҡ...
Бәләкәстәр бәйгегә ныҡлап әҙерләнгәйне. Мәшһүр эпосыбыҙҙан өҙөктө ихлас итеп, ысын артистар кеүек һөйләнеләр. Сағыу милли костюмдарҙа сығыш яһаған балаларҙы рәхәтләнеп тыңланыҡ. Шулай уҡ Әбйәлил ауылынан «Ҡояшҡай» менән Асҡарҙан «Тирмәкәй» төркөмдәре әҫәрҙе сәхнәләштереп тә күрһәтте. Ныҡ килештерҙеләр, һоҡланып ҡарап ултырҙыҡ. Был көндө «Урал батыр» эпосына арналған һүрәттәр һәм ҡул эштәре күргәҙмәһе лә ойошторолдо.
Әйткәндәй, бәйге «Тирмәкәй» балалар баҡсаһы кескәйҙәренең «Башҡорт телендә һөйләшәм» йыры (етәксеһе – Әлиә Сәйетғәлина) менән башланып киткәйне.
Кемдәр иң-иңе булдымы? Һүрәттәр буйынса I урынды – Фиҙәлиә Сибаева, II урынды Элина һәм Арина Атанғоловалар, Аиша Дауытова яуланы. III урынға Арсений Карменов, Лилиә Иғдисамова, Йәсминә Абразаҡовалар лайыҡ булды.
Сәхнәләштереүҙә Гран-при Асҡарҙан «Тирмәкәй» балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренә бирелһә, I урынды Әбйәлилдән «Ҡояшҡай» балалар баҡсаһы алды.
Эпосты тасуири һөйләү буйынса иң-иңдәрҙе билдәләү еңел булманы. Гран-приҙы Хәлил ауылының «Ҡарлуғас» балалар баҡсаһынан Асия Мөхтәрова яуланы. I урын – Дәүләттәге «Тылсым» балалар баҡсаһынан Нәйлә Намаҙбаева менән Амангилденән Илзирә Шаһивәлиеваларҙа. Рәхмәттән Йәсминә Фәррәхова менән Асҡарҙан Батыр Шахмаратов, Искәндәр Бикйәнов – II, ә «Сулпылар» балалар баҡсаһынан Нургизә Зыяева,«Миләш»тән Илһам Исламғолов, Амангилденән Гөлназ Абдуллина III урын алып һөйөндө.
Конкурстың төп маҡсаты – мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы бөйөк эпосыбыҙ, башҡорт йолалары, мәҙәниәте менән таныштырыу. Бындай саралар үткәреү үҫеп килгән быуынды илһөйәрлек һәм милли мираҫҡа хөрмәт рухында тәрбиәләүгә булышлыҡ итә. Мәшһүр ҡомартҡыбыҙҙы ятлап, беҙҙе үҙҙәренең матур, рухлы сығыштары менән ҡыуандырған кескәйҙәребеҙҙе әҙерләгән тәрбиәселәргә оло рәхмәт!