Республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән 17 эш алдыҡ. Бер ҡар һын хатта Силәбе өлкәһендә яһалғайны. Ғөмүмән, геройҙарыбыҙ Ҡар бабайҙар ғына түгел, Ҡарһылыу, Айыу, Ҡуян да булды.
Вәғәҙә иткәнебеҙсә, ике еңеүсе билдәләнде. Өфөләге 110-сы мәктәп уҡыусылары Асель менән Арыҫлан Әбделғазиндар тауыш биреү ваҡытында барыһын да артта ҡалдырҙы. Улар яһаған Олаф исемле йәнһүрәт геройы ла бик йәтеш кенә! Ә беҙ, редакция хеҙмәткәрҙәре, тағы бер эште ныҡ оҡшаттыҡ. Айыуҡайҙы Өфөлә йәшәүсе 6 йәшлек Солтана Атауллина үҙе яһаған. Ошо еңеүселәребеҙгә “Йәншишмә”нең иҫтәлекле бүләктәрен әҙерләп ҡуйҙыҡ.
Ә ҡалған ҡатнашыусыларға электрон Почёт грамотаһы ебәреләсәк. Барығыҙға ла рәхмәт!