"Йәгеҙ әле, әсәйҙәр!" ярышы ойошторолдо. Конкурстар араһында балалар концерт номерҙары күрһәтеп өлгөрҙө: әсәйҙәренә арналған шиғырҙар һөйләне, йырҙар йырланы, бейене. Үҙ ҡулдары менән эшләгән бүләктәрен дә бирҙеләр.
Барлыҡ әсәйҙәрҙе, өләсәйҙәрҙе, ҡыҙҙарҙы яҡынлашып килгән 8 Март байрамы менән ҡотлайбыҙ! Ныҡлы һаулыҡ, бәхет, шатлыҡтар теләйбеҙ.
Сулпан БАЯСТАНОВА, тәрбиәсе.
Хәйбулла районы.