+9 °С
Облачно
VKOKМакс
Бәйгеләр
11 Марта 2025, 04:35

Һылыуҡайҙар байрамы

Яҙҙың йәмле бер көнөндә Дәүләкән ҡалаһының 3-сө башҡорт интернат-гимназияһында V – XI синыф уҡыусылары өсөн «Йәгеҙ әле, ҡыҙҙар!» конкурсы үтте. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Һылыуҡайҙар байрамыҺылыуҡайҙар байрамы
Һылыуҡайҙар байрамы

Ярышта береһенән-береһе матур ҡыҙҙар көс һынашты.

Улар иң беренсе үҙҙәре менән таныштырҙы. Һылыуҡайҙар матур итеп сәс үреү, картуфты таҙа һәм тиҙ итеп әрсеү, энә менән дөрөҫ элмәктәр эшләп тегә белеү, ҡул аҫтында булған әйберҙәр менән матур костюм эшләү һәләттәрен күрһәтте. Мода  ай һайын тиерлек, миҙгел һайын үҙгәреп тора.Ә ҡыҙҙар фантазияға бик бай ине.

Ҡыҙҙар үҙҙәрен  уңғанлыҡта, зирәклектә,тапҡырлыҡта иң-иңе итеп күрһәтергә тырышты.

Байрам барыһына ла оҡшаны.

Һылыуҡайҙар байрамы
Һылыуҡайҙар байрамы
Һылыуҡайҙар байрамы
Һылыуҡайҙар байрамы
Һылыуҡайҙар байрамы
Һылыуҡайҙар байрамы
Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас