Хайуандар, ҡоштар ҙа ҡайһы ваҡыт беҙҙең ярҙамға мохтаж. Сыйырсыҡтар һеҙҙең үҙ ҡулығыҙ менән яһаған ояғыҙға ҡунһа, ниндәй шатлыҡ, шулай бит?! Уҡыусыларыбыҙ бигерәк әүҙем, былтыр барған конкурсыбыҙҙа ҡатнашыусылар күп булды, афарин! Ул оялар быйыл да ҡошсоҡтарҙы ҡыуандырыр әле.
Әле “Оя бүләк итәйек” тип аталған конкурс иғлан итәбеҙ. Ҡанатлы дуҫтарыбыҙға яңы өй эшләп, фотоһын электрон почтабыҙға йә “Бәйләнештә” төркөмө аша ебәрегеҙ. Еңеүселәрҙе 4 апрель билдәләйәсәкбеҙ. Йә, башланыҡмы?
Әйткәндәй, конкурстың эмблемаһы итеп Туймазы районы Серафимовка мәктәбенән Диана Вәлиеваның һүрәтен алдыҡ.
Конкурсҡа эштәр 31 мартҡа тиклем ҡабул ителә! Һуңынан еңеүселәр билдәләнәсәк. Бер ҡатнашыусыны тауыш биреү ярҙамында һеҙ үҙегеҙ һайлайһығыҙ. Икенсе еңеүсене (йә еңеүселәрҙе) редакция хеҙмәткәрҙәре билдәләй.