+1 °С
Ясно
VKOKМакс
Бәйгеләр
13 Марта 2025, 04:10

Беҙҙә таланттар үҫә

Хәйбулла районы Аҡьяр ауылы Балалар ижады йорто Бөйөк еңеүҙең 80 йыллығына һәм районыбыҙҙың 95 йыллыҡ юбилейы айҡанлы "Хәйбулла хазиналары" конкурс-фестиваль ойошторҙо.

Добавить в предпочтительные источники Google
Беҙҙә таланттар үҫәБеҙҙә таланттар үҫә
Беҙҙә таланттар үҫә

 Сағыу костюмдарҙағы шат йөҙлө, дәртле балалар дүрт номинацияла – "Вокал", "Инструмент", "Хореография" һәм "Мода театры" конкурсында ҡатнашып, үҙҙәренең талантын күрһәтте.
Бигерәк тә мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың сығыштары тамашасыларҙың күңеленә хуш килде.  Бейеүҙәре берсә дәртләндерһә, инструменттар сыңы, йырҙар моңландырҙы, ә ҡыҙҙарҙың үҙ ҡулдары менән теккән  матур кейемдәге сығыштары барыһын  таң ҡалдырҙы.

Ысынлап та, Хәйбулла районында хазинаға тиң талантлы балалар үҫә һәм тырыш педагогтар эшләй, тип ҡыйыу әйтә алабыҙ, тип уйлайым.

Барыһына ла уңыштар  теләйем!



Әлиә СӘЛИМОВА, Балалар ижады йортоноң педагог-ойоштороусыһы.

 Хәйбулла районы, Аҡьяр ауылы.

Беҙҙә таланттар үҫә
Беҙҙә таланттар үҫә
Беҙҙә таланттар үҫә
Беҙҙә таланттар үҫә
Беҙҙә таланттар үҫә
Беҙҙә таланттар үҫә
Беҙҙә таланттар үҫә
Беҙҙә таланттар үҫә
Беҙҙә таланттар үҫә
Беҙҙә таланттар үҫә
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас