Бөйөк Еңеүгә 80 йыл тула. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында һәр кем фронттағы яҡындарынан, туғандарынан хат көткән. Улар өмөт, һағыныу хәбәрҙәре булған. Был өсмөйөшлө хаттарҙы бергә йыйылып уҡығандар.
Шул саҡтарҙы иҫкә алып, үҙебеҙҙең китапханала акция иғлан иттек. «Фронт хаттарын уҡыйбыҙ» тип аталып, ул июнгә тиклем барасаҡ.
Китапхана хеҙмәткәрҙәре фронттан яҙылған һалдат хаттарын уҡып ишеттәрәсәк. Был акцияға һәр кем ҡушыла ала. Фронт хаттарын китаптарҙан, матбуғат баҫмаларынан, интернеттан табырға була. Ғаилә архивында ла бар инде улар.
Беҙҙең әүҙем китап уҡыусыларҙың береһе булған Анастасия Дунинаның әсәһе акцияға ҡушылды. Унан өлгө алайыҡ. Һеҙ ҙә фронт хаттарын уҡыған сағығыҙҙы видеоға төшөрөп ебәрегеҙ. Беҙ уларҙы «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге үҙебеҙҙең төркөмгә ҡуйып барасаҡбыҙ. Адресыбыҙ: https://vk/com/biblioteka44.
Римма ӘСӘҘУЛЛИНА, китапханасы.
Өфө ҡалаһы,
44-се моделле балалар китапханаһы.