Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
13 Март , 11:56

Утлы йылдар ауазы һаман яңғырай...

Һүрәт төшөрөргә яратаһыңмы? Шиғыр һөйләргә әүәҫһеңме? Әллә ҡәләмеңде һынап ҡарағың киләме? Бер түгел, өс номинацияны үҙ эсенә алған конкурс иғлан итәбеҙ, дуҫтар!

Утлы йылдар ауазы һаман яңғырай...
Утлы йылдар ауазы һаман яңғырай...

«Утлы йылдар ауазы» республика ижади конкурсының положениеһы

 

Еңеү!Ҡояш балҡый бер битеңдә,

Бер битеңдә – моңһоу ай һаман.

Бер күҙеңдән шатлыҡ нуры һибелә,

Бер күҙеңдән һаман йәш тама...

                                            (Мостай Кәрим)

 

Конкурсты ойоштороусылар: Башҡортостан Республикаһының Милли музейы менән «Йәншишмә» республика балалар һәм үҫмерҙәр гәзите.

Үткәреү ваҡыты: ғаризалар 2025 йылдың 13 мартынан алып 2025 йылдың 30 апреленә тиклем ҡабул ителә.

Һөҙөмтәләр 16 май иғлан ителә.

Бүләкләү тантанаһы июнь башында ҡаралған.

Конкурстың маҡсаты һәм бурыстары: йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү; һәләтле балаларҙы һәм йәштәрҙе табыу һәм үҫтереү; туған әҙәбиәтте өйрәнеү. Конкурс Рәсәйҙә иғлан ителгән Ватанды һаҡлаусылар йылына, Башҡортостанда барған Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылына, Еңеүҙең 80 йыллығына арнала.

Номинациялар:

  1. Мәҡәләләр конкурсы.

Бөйөк Ватан, Афған, Чечня һуғыштарында ҡатнашҡан олатай, атай-ағай, туғандарығыҙ, таныштарығыҙ тураһында иҫтәлектәр ҡабул ителә. Гәзитебеҙҙең электрон почтаһына ([email protected]) йә «Бәйләнештә» төркөмө аша (https://vk.com/club45440006) ебәрергә мөмкин. Бергә 1-се ҡушымталағы ғаризаны ла тултырып ебәреү мөһим. Унһыҙ эштәр ҡаралмай.

     2. Һүрәттәр конкурсы.

Бөйөк Ватан, Афған, Чечня һуғыштарына, махсус хәрби операцияға арнала. Һүрәттәрҙең А3 форматына акварель йә гуашь буяуҙары менән эшләнелеүе мотлаҡ. Уларҙың фотолары шулай уҡ гәзиттең электрон почтаһына йә «Бәйләнештә» төркөмө аша ҡабул ителә. Бергә 1-се ҡушымталағы ғаризаны ла тултырылып ебәрергә кәрәк, унһыҙ эштәр ҡаралмай. Һүрәттәрҙе һаҡлау мөһим, һуңынан иң яҡшылары Милли музейҙа ойоштороласаҡ күргәҙмәгә һайлап алынасаҡ.

     3. Тасуири шиғыр һөйләүселәр конкурсы.

Был номинацияла ҡатнашыусылар Бөйөк Ватан, Афған, Чечня һуғыштары, махсус хәрби операция хаҡында башҡорт телендә яҙылған шиғырҙарҙы һөйләргә тейеш. Яңғыҙ ҙа, бергәләп тә (2-3 ҡатнашыусы) башҡарырға мөмкин. Сығыш яһаған саҡта музыкаль оҙатыу, декорация, костюм файҙаланырға була. Ваҡыт: 3 минутҡа тиклем. Сығыш яҙылған видеороликтар«Бәйләнештә» («ВКонтакте») социаль селтәрендә ошо конкурс хаҡындағы пост аҫтына комментарий итеп урынлаштырыла. Ҡатнашыу тураһында ғаризаны айырым гәзиттең электрон почтаһына йә «Бәйләнештә» төркөмө аша ебәрергә кәрәк буласаҡ. Унһыҙ эштәр ҡаралмай.

Видеояҙмаларҙы баһалау талаптары:

- шиғырҙың темаға, конкурстың маҡсатына тап килеүе;

- башҡарыусының тексты яттан белеүе;

- тасуири һәм хисле итеп сығыш яһау;

- актёрлыҡ оҫталығы;

- сәхнәлә тотошо.

Конкурстың үткәрелеү шарттары: теләүсе һәр кем үҙенең йәш бүленеше буйынса ҡатнаша ала.

Йәш буйынса бүленеш:

- балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре (һүрәттәр һәм тасуири шиғыр һөйләү буйынса);

- башланғыс төркөм – I – IV синыф уҡыусылары;

- ҙурҙар төркөмө – V – XI синыф уҡыусылары.

Йомғаҡ яһау: фекер алышыу һөҙөмтәләренән сығып, жюри конкурс еңеүселәрен һәр номинация буйынса билдәләйәсәк. Һәр төркөмдән өсәр еңеүсе билдәләнәсәк, ҡалған ҡатнашыусыларҙың барыһына ла Почёт грамотаһы ебәреләсәк.

Конкурстың айырым шарттары: ҡатнашыусының ата-әсәһе һүрәттәрҙе Милли музейҙа ойоштороласаҡ күргәҙмәгә ваҡытлыса бирергә ризалығын белдереп, 2-се ҡушымталағы ризалыҡ ҡағыҙын тултырып ебәрә.

 

 

Утлы йылдар ауазы һаман яңғырай...
Утлы йылдар ауазы һаман яңғырай...
Утлы йылдар ауазы һаман яңғырай...
Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас: