Был ярышта Магнитогорскиҙан һәм Башҡортостандан 32 ғаилә ансамбле ҡатнашты. Дистанцион ҡатнашыу формаһын һайлаған коллективтарҙың географик күләме тағы ла киңерәк: Һарытау, Силәбе, Силәбе өлкәһенең Куса ҡалаһы һәм Межозерный ҡасабаһы, Свердлов өлкәһенең Горноуральский ҡасабаһы вәкилдәре килеп етә. Традицион ансамблдәр һәм фортепиано дуэттары, кларнетсылар, аккордеонсылар дуэттары, шулай уҡ ғәҙәти булмаған составтар: аккордеон һәм фортепиано, акустик гитара, флейта-саксофон менән сығыш яһайҙар.
Тамашасыларҙы һәм жюриҙы «Хазина»ансамбле әсир итә. Әбйәлил районынан килгән был ансамбль төрки халыҡтарының күсмә мөхитендә барлыҡҡа килгән ҡыллы музыка ҡоралдарында уйнай. Ҡыл-ҡумыҙсылар ансамбле юғары наградаға эйә була ла инде.