Ярышта ҡатнашырға теләүселәр һаны йылдан-йыл арта. Был юлы 42 команда араһынан етеһе финалға үткән. Кемдәр һуң улар? Бына үҙҙәре: “Кендектәр” (Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы), “Хыялый зыялыйҙар” (159-сы белем биреү үҙәге), “17-се йыһан” (17-се мәктәп), “XX централ” (Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһы), “Һупайлы дәрүиштәре” (Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы), “Етегән+1” (Рауил Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһы) һәм “Алға” (86-сы гимназия).
Бына алып барыусы Венер Фәйзуллин “Шаяниум”ды асыҡ тип иғлан итте. Конкурстың баш мөхәррире, “Йәйғор” балалар лагеры директоры Радмир Буранғолов етәкселегендә жюри ағзалары ла әҙер. Сығыштар “Сәләмләү” турынан башланды. Һәр команда үҙе менән таныштырып, ҡыҫҡа миниатюралар күрһәтте. Был өлөштә иң юғары баһаға “XX централ” өлгәште.
“Импровизация” конкурсы балалар һәм үҫмерҙәрҙе һорауға тиҙ генә ҡыҙыҡлы яуап таба алыуҙа, тапҡырлыҡта һынаны. Мәҫәлән:
– Ниңә Өфө гербында һыуһар һүрәтләнгән?
– Сөнки ул фотоға төшөргә ярата...
– Башҡорт туйына сит ил ҡунаҡтары килеп төштө, ти...
– Ул ҡунаҡтар күптән Бөрйәндә табип булып эшләп йөрөй бит инде!
– Йырҙы дауам итегеҙ: “Ҡайҙа минең...”
– “Озон”дан заказым?
– “Алға” картаһы?
“Кендектәр” был конкурста иң күп “бишле”не эләктерҙе.
Һуңғы тур музыкаль өйгә эште тикшереү ине. “Өфө – балалар туризмы ҡалаһы” девизына ярашлы, командалар матур-матур иҫтәлекле урындарыбыҙ хаҡында йырҙар, ҡыҫҡа сәхнә әҫәрҙәре әҙерләгән.
Шулай итеп...
“Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле”н “Хыялый зыялыйҙар” командаһынан Василиса Долгих эләктерҙе. Бәләкәс кенә ҡыҙсыҡ йылғырлығы менән айырылып тора. Әйткәндәй, урыҫ мәктәптәренән килеп тырышып башҡортса сығыш яһап торған уҡыусылар ҙур хөрмәт уятты. Василиса – шуларҙың береһе.
“Иң яҡшы ир-егет роле” – “Кендектәр”ҙән Айтуған Ишемғужинда. Үҙе телсән, үҙе матур ғына малай бит әле! Сәхнә өсөн тыуғандай. Бына нимә ти Айтуған:
– Бишенсе синыфта уҡыйым, командала икенсе йылмын. Апайым да, ағайым да “Шаяниум”да уйнаны. Бик шатмын!
Шулай уҡ Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетынан махсус бүләк “Һупайлы дәрүиштәре” командаһынан Хәким Латиповҡа тапшырылды.
Тағы ике номинацияға “Алға” (“Иң яҡшы сығыш”) һәм “Етегән+1” (“Иң яҡшы юмор”) лайыҡ булды. 102-се гимназиянан Айгөл Хисаметдинова:
– Һуңғы ике йылда I, II урындар алғайныҡ. Быйыл номинацияла билдәләнеләр, шулай ҙа ныҡ ҡайғырмайбыҙ. Сөнки киләһе йылда Гран-при яуларға тырышасаҡбыҙ! – тине. Маҡсатығыҙ шәп!
Призлы урындар түбәндәгесә бүленде: “XX централ” – I, “Һупайлы дәрүиштәре” – II, “Хыялый зыялыйҙар” менән “17-се йыһан” – III урында. Ә Гран-при Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһынан “Кендектәр” командаһына тапшырылды. Ысынлап та лайыҡлы еңеү һәм жюри тарафынан ғәҙел баһа булды ул. Ҡотлайбыҙ!