Был бәйге Өфөнөң дәүләт нефть техник университетында үтте. Уның төбәк-ара этабында ҡатнашҡан 271 уҡыусы өсөн бик иҫтәлекле булғандыр. Шулар араһында беҙҙең ауыл лицейынан Эмиль Рафиҡов, Анастасия Креминская, Эльза Лукманова, Азалиә Хәбибуллина, Руслана Григорьева, Камилла Әхтәмова һәм Камилла Хисамова бар ине. Улар ҙа бик яҡшы һөҙөмтә күрһәткәйне.
Олимпиада 2 көн дауамында үткәрелде. Теоретик тур ҡатнашыусыларҙың төрлө тематика буйынса уҡыу предметы буйынса яҙма эштәрҙе үҙ эсенә алһа, практик тур – олимпиадала ҡатнашыусыларҙың хәүефле һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә һөҙөмтәле эш итеү һәм хәүефһеҙ тәртип күнекмәләрен асыҡлау ине.
Шулай итеп, беҙҙең белем усағынан Ватанды һаҡлау нигеҙҙәре буйынса Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының төбәк-ара этабы призёрҙары булып түбәндәге уҡыусылар билдәләнде: Эмиль Рафиҡов (VIII «Б» синыф), Анастасия Креминская (IX «Б»), Эльза Лоҡманова (IX «Б»), Азалиә Хәбибуллина (X «Б»), Камилла Әхтәмова (XI «Б») һәм Камилла Хисамова (XI «Б»).
Уҡыусыларыбыҙҙы һәм Рим Рафаил улы Биктимеровты еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ! Һеҙгә уңыштар теләйбеҙ!
Рәйсә ИСЛАМҒОЛОВА,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Ауырғазы районы,
Талбазы ауылы лицейы.