+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Бәйгеләр
26 Март 2025, 05:05

«Һабантурғай йыры»

Өфө фән һәм технологиялар университетының Башҡорт филологияһы, ширҡиәт һәм журналистика факультеты Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы  менән бергә беренсе тапҡыр «Һабантурғай йыры» конкурсын үткәрҙе.

«Һабантурғай йыры»«Һабантурғай йыры»
«Һабантурғай йыры»

Факультетҡа республиканың төрлө төбәктәренән йәш хәбәрселәр йыйылды. Бында иң яҡшы гәзит, иң яҡшы сайт, иң яҡшы видеояҙма, төрлө жанрҙарҙа яҙылған мәҡәләр авторҙары билдәләнде. Бигерәк тә Өфө ҡалаһы, Дыуан һәм Тәтешле, Шишмә райондарының йәш журналистары үҙҙәренең әүҙемлектәре менән алдырҙы. Бөтәһе 80-дән ашыу еңеүсе һәм призёрҙар билдәләнде.

 Башҡортостаныбыҙҙың ҡырҡтан ашыу ҡала һәм райондарынан килгән йәш журналистарҙы «Йәншишмә» гәзитенең баш мөхәррире Мирсәйет Юнысов, «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина, «Аманат» журналының яуаплы сәркәтибе Зөбәржәт Яҡупова ҡотланы һәм махсус бүләктәрен тапшырҙы. Конкурс еңеүселәре өсөн «Тамыр» балалар телеканалына, вуз-ара студенттар кампусына экскурсия ла ойошторолдо.

Шулай уҡ был көндө эсселар конкурсына ла йомғаҡ яһалды.

Киләсәктә лә был йәштәрҙең әүҙем һәм гәзит, радио һәм телевидениены үҫтерер шәхестәр булыуын теләйбеҙ.

 

Фотолар факультеттың сайтынан алынды.

«Һабантурғай йыры»
«Һабантурғай йыры»
«Һабантурғай йыры»
«Һабантурғай йыры»
«Һабантурғай йыры»
«Һабантурғай йыры»
Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас