+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Бәйгеләр
26 Март 2025, 14:03

Нурания ла ҡатнаша

Был конкурста баймаҡтар бигерәк әүҙем булып сыҡты.

Нурания ла ҡатнашаНурания ла ҡатнаша
Нурания ла ҡатнаша

Баймаҡ ҡалаһындағы "Йондоҙло" балалар баҡсаһының өлкәндәр төркөмөнә йөрөүсе Нурания Ишбирҙина ла конкурстан ситтә тороп ҡалмаҫҡа булған. Атаһы менән сыйырсыҡ ояһы эшләп тә элгәндәр. Икенсе кескәйҙәр төркөмөнә йөрөгән ҡустыһы Азамат та ярҙам иткән. Был хаҡта тәрбиәсеһе Айгөл Килдеғошева яҙа.


Сыйырсыҡҡа оя кәрәк,
Тип әйттем мин атайға.
Ҡустым да - уңған малай,
Килә һалды ярҙамға.
Шулай бергә эш башланыҡ,
Гөрләп тора өй алды.
Ҡустым кәрәк-яраҡ ташый,
Бына, саҡ ҡына ҡалды!
Сыйырсыҡтарға оя

Әҙер ҙә бер сәғәттә.

"Йәншишмә" килгәс, беҙҙе

Күрерһегеҙ һүрәттә!

Нурания ла ҡатнаша
Нурания ла ҡатнаша
Нурания ла ҡатнаша
Нурания ла ҡатнаша
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас