Көҙ көнө "Йәншишмә" гәзите Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры менән берлектә "Донъяны матурлыҡ ҡотҡарыр" конкурсын иғлан иткәс, беҙ хеҙмәт дәресе уҡытыусыһы Флүрә Флорит ҡыҙы Исмәғилева менән ҡатнашырға булдыҡ. “Яратҡан ҡурсағым" номинацияһына үҙем эшләгән ҡурсаҡты ебәрҙек. Минең эшем II урын яуланы. Эх, ҡыҙҙар-егеттәр, минең нисек ҡыуанғанымды белһәгеҙ!
Почёт грамотаһы менән бүләкте алырға мине Өфөгә атайым менән әсәйем алып барҙы. Башҡа ҡатнашыусылар менән дә таныштым. Театрҙа беҙҙе ҡыҙыҡлы квест-уйын көтә ине .Шулай уҡ бина буйлап бик ҡыҙыҡлы, әһәмиәтле экскурсия үткәрҙеләр.
Өфөнән мин бик ҡыуанып ҡайттым, гәзит ойошторған башҡа конкурстарҙа ҡатнашырға ла теләгем тыуҙы. Уҡытыусым Флүрә Флорит ҡыҙына ҙур рәхмәтемде белдерәм.
Лениза ЙӘҒЛӘМҮНОВА.
Салауат районы,
Әлкә мәктәбе.