+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Бәйгеләр
31 Март 2025, 17:48

Бөрйәндән ҡатнашалар

Тәрбиәсе Гөлфиә Мөхәмәҙиева матур-матур эштәрҙең фотоларын ебәргән.

Бөрйәндән ҡатнашаларБөрйәндән ҡатнашалар
Бөрйәндән ҡатнашалар

"Һаумыһығыҙ, "Йәншишмә"ләр!
Һеҙгә Бөрйән районы Әбделмәмбәт мәктәбе Ҡолғана филиалының мәктәпкәсә төркөмө тәрбиәләнеүселәренән ҡайнар сәләм!
Изге Рамаҙан айында Һеҙ иғлан иткән "Оя бүләк итәйек" конкурсында ҙур теләк менән ҡатнашабыҙ. Кескәйҙәребеҙ күңелендә тирә-яҡ мөхиткә һөйөү тәрбиәләү, ҡанатлы дуҫтарыбыҙға ярҙам итеү, ошо изге айҙа ниндәйҙер кимәлдә изгелек эшләү маҡсатында сыйырсыҡ оялары эшләп элдек", – тигән ул. Рәхмәт!

Ғәзизә менән Сөләймән Айытбаевтар, Алһыу менән Илсиә Ғәйетбаевалар, Нургиз менән Фәнгиз Шәғәлиндәр, Сафия Нуртҡулова.

Бөрйәндән ҡатнашалар
Бөрйәндән ҡатнашалар
Бөрйәндән ҡатнашалар
Бөрйәндән ҡатнашалар
Бөрйәндән ҡатнашалар
Бөрйәндән ҡатнашалар
Бөрйәндән ҡатнашалар
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас