«Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Таһир Бәхтигәрәев:
– Беҙ, әлбиттә, киләсәктә һеҙ геолог, инженер, проектлаусылар, айтишниктар булырһығыҙ, тип өмөтләнәбеҙ. Был һөнәрҙәр хәҙер мөһим һәм киләсәктә шул иҫәптән беҙҙең ойошмала ла кәрәк буласаҡ. Әммә иң мөһиме, төплө белемегеҙ тормошта үҙ юлығыҙҙы табырға мөмкинлек бирһен, – тине үҙенең сығышында.
Был олимпиадала Әбйәлил районының VIII-X синыф уҡыусылары көс һынаны.
Аэлина Абдуллина, Данис Һәйетҡолов, Әминә Сөләймәнова I урын яуланы.
Ирина Лисина, Рәмзилә Фәррәхова, Әлфинә Өмөтҡужина – II, ә Алмаз Мортазин, Альбина Фәхрисламова, Айһылыу Миһманова III урынға лайыҡ булды.
Химия уҡытыусыларының тырыш хеҙмәте лә билдәләнде: Гүзәл Ринат ҡыҙы Зәйнетдинова, Альбина Мөхтәр ҡыҙы Копытова, Әлфиә Азамат ҡыҙы Баһаува, Әлфиә Әләм ҡыҙы Шәрәфетдинова, Резеда Ғәли ҡыҙы Ҡорманаева, Илүзә Ишбулат ҡыҙы Ғәлиәкбәрова, Айгөл Рәсүл ҡыҙы Абдуллина һәм Эльвира Рәфәғәт ҡыҙы Хәйруллинаға сертификаттар тапшырылды.
– Уҡыусым менән тырышлығым, етди әҙерләнеүебеҙ бушҡа китмәне, олимпиадала яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеүенә бик шатмын, – тине Красная Башкирияның химия уҡытыусыһы Әлфиә Азамат ҡыҙы Баһаува.
«Ғилем» олимпиадаһы яңы йәш химиктарҙың исемдәрен асты!
Юлай Кәримов фотолары