+22 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Бәйгеләр
4 Апрель 2025, 12:23

Теүәл фәндәр яратыусылар

«Ғилем» олимпиадаһында физика өлкәһендә еңеү яулаған һәләтле уҡыусылар бүләкләнде.

Теүәл фәндәр яратыусыларТеүәл фәндәр яратыусылар
Теүәл фәндәр яратыусылар

Илгизәр Дауытов, Айһылыу Сөләймәнова, Азамат Латипов, Әлмира Хөсәйенова I урын яуланы.

Руслан Мөстәҡимов, Илүзә Сафиуллина, Илдар Зәйнуллин, Элина Хисмәтова II урын алып һөйөндө.

Арсений Мочалов, Дилбәр Хөббөтдинова, Айнур Тайыпов, Радик Ишмөхәмәтов III өсөнсө урынға лайыҡ булды.

 – Техник һәм гуманитар фәндәрҙе мәктәптә уҡығанда яратып өйрәндем. Хатта башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте фәндәренән еңеүсе лә булдым. Әммә аҙаҡ математика йүнәлешен һайланым,ошоға тиклем баш ҡалала уҡыттым, белем алған гимназиямда икенсе йыл эшләйем, уҡыусыларым физика предметын яратып өйрәнә. Уҡыусымдың еңеүсе булыуы оло шатлыҡ, – тине Таһир Күсимов гимназияһының йәш уҡытыусыһы Дилара Юлай ҡыҙы Камалова.

Был предметҡа ҡыҙыҡһыныу уятҡан уҡытыусылар: Дилара Юлай ҡыҙы Камалова, Айһылыу Илдус ҡыҙы Өмөтбаева, Зәкир Хәкимйән улы Әхмәтшин, Илсиә Хабрахман ҡыҙы Әхмәтҡужина, Фәнзил Ислам улы Амангилдина, Гүзәлиә Алсынбай ҡыҙы Махийәнова, Гөлназ Азат ҡыҙы Әминева, Гөлдәр Рәсих ҡыҙы Насирова, Рәфҡәт Әсғәт улы Хәсәнов, Гөлгөнә Әхмәт ҡыҙы Лоҡманова һәм Юлиә Рауил ҡыҙы Ғайсинаға сертификаттар тапшырылды.

Йәш физиктарға артабан да уңыштар юлдаш булһын!

Юлай Кәримов фотолары

Теүәл фәндәр яратыусылар
Теүәл фәндәр яратыусылар
Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас