+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Бәйгеләр
5 Апрель 2025, 10:11

Тағы ҡатнашасаҡмын!

Каникулдар башланып та өлгөрмәне, мине Өфө ҡалаһына саҡырҙылар. Нимәгә, тиһегеҙме? Бүләкләүгә. Ә эш былайыраҡ булды.

Тағы ҡатнашасаҡмын!Тағы ҡатнашасаҡмын!
Тағы ҡатнашасаҡмын!

Көҙ көнө «Йәншишмә» гәзите Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры менән бергә «Донъяны матурлыҡ ҡотҡарыр» конкурсын иғлан иткәс, беҙ хеҙмәт дәресе уҡытыу­сыһы Флүрә Флорит ҡыҙы Исмәғилева менән унда ҡатнашырға булдыҡ. «Яратҡан ҡурсағым» номинацияһына үҙем эшләгән ҡурсаҡты ебәрҙек. Хеҙмәт емешем II урын яуланы. Эх, ҡыҙҙар-егеттәр, нисек ҡыуанғанымды бел­һәгеҙ!
Почёт грамотаһы һәм бүләкте алырға мине Өфөгә атайым менән әсәйем алып барҙы. Башҡа ҡатнашыусылар менән дә таныштым. Театрҙа беҙҙе ҡыҙыҡлы квест-уйын көтә ине. Шулай уҡ бина буйлап мауыҡтырғыс, әһәмиәтле экскурсия үткәрҙеләр.
Өфөнән бик ҡыуанып ҡайттым, гәзит ойошторған баш­ҡа конкурстарҙа ҡатнашырға ла теләгем тыуҙы. Уҡытыусым Флүрә Флорит ҡыҙына ҙур рәхмәтемде белдерәм.

Лениза ЙӘҒЛӘМҮНОВА.
Салауат районы,
Әлкә мәктәбе.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас