Баймаҡ, Сибай ҡалалары, Ауырғазы, Ейәнсура, Белорет, Әбйәлил райондарынан бигерәк әүҙем ҡатнаштылар. Вәғәҙә иткәнебеҙсә, ике еңеүсе һайланды. Тауыш биреү юлы менән Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылынан Аяз Яҡшыбаевтың эше иң яҡшыһы тип табылды. Атаһы Мирсал Мансур улы менән малай ояны "Ләйсән" балалар баҡсаһының "Йәйғор" төркөмө майҙансығына элеп тә ҡуйған. Вәт шәптәр!
Ә редакция хеҙмәткәрҙәренә Баймаҡ ҡалаһындағы "Йондоҙло" балалар баҡсаһынан Йәсминә Хәсәнова ебәргән фотоһүрәт оҡшаны. Сыйырсыҡ ояһы бигерәк сағыу, йәмле итеп эшләнгән. Икенсе еңеүсебеҙҙе лә ҡотлайбыҙ!
Ҡалған ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт! Һеҙҙең оялар республикабыҙҙың төрлө райондарында ҡошҡайҙарыбыҙҙы ҡыуандыралыр. Артабан да конкурстарыбыҙҙа ҡатнашып тороғоҙ!