Дуҫтар, уйын иғлан итәбеҙ! Белеүегеҙсә, бөгөн беҙҙең хоккейсылар сирекфинал уйындарын башлай. Мәскәү ҡалаһынан “Спартак” командаһы килә беҙгә алышырға. Тәүге ике уйын Өфөлә үтә. Осрашыуҙар һаны нисәү булыры билдәһеҙ әле. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уйын бер яҡтың дүрт тапҡыр еңеүенә тиклем бара. Әйҙәгеҙ, күҙаллауҙарығыҙҙы яҙығыҙ: ҡайһы команда ниндәй иҫәп менән был раундта еңәсәк һәм ярымфиналға сығасаҡ?
Һеҙҙең иҫәп комментарий рәүешендә 13 апрель 17.00 сәғәткә тиклем ҡабул ителә. Әгәр дөрөҫ яуаптар бер нисәү булһа, еңеүсе махсус ҡушымта ярҙамында билдәләнәсәк. Башланыҡ!