Зөһрә Аҡҡужина:
"Хәйерле көн, "Йәншишмә"беҙ!
Һеҙҙән бүләктәр алып, ҡыҙым ҡыуанып ҡайтты
. Ҙур рәхмәт һеҙгә
!
"Урал балалары тауышы" республика йәш сәсәндәр бәйгеһенә Зарифа онлайн видео төшөрөп, Сибайҙа үтәсәк төп сараға саҡырыу алғайны. Тик Рәми Ғарипов исемендәге 1-се һанлы интернат-гимназия үткәргән "Беренсе" олимпиадаһында ҡатнашыу сәбәпле , ваҡыттары тап килеп, бара алманы.
Шуға күрә ҡыҙымдың илһамланып һамаҡлауын, сағыу сығышын һеҙгә лә күрһәткем килә
.
Бигерәк тә әлеге мәлдә, бөтә ҡитғаларҙы "Һомай" йыры менән "Ай йола" төркөмө билдәлелек яулағанда, балаларҙың халыҡсан сығышы ла һәр саҡ маҡтауға һәм күтәрмәләүгә лайыҡ, тип уйлайым".