Унда социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн шәп проекттар яҙған мәктәп уҡыусылары сығыш яһаны.
Ҡырҙас, Таштимер, Амангилде, Озёрный, Михайловка, Ишҡол һәм Ташбулат мәктәптәренән, Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназиянан - берешәр команда, Асҡар һәм Красная Башкирия мәктәптәренән икешәр команда үҙҙәренең проекттарын тәҡдим итте.
I урынға Красная Башкирия мәктәбенең «Һанлы оҫтахана: йәштәр өсөн 3D технологиялары» проекты - I урын, ә II урынды Амангилде һәм гимназия уҡыусылары алды. Озёрный, Михайловка һәм Красная Башкирия уҡыусылары III урынға лайыҡ булды. Еңеүселәр район хакимиәтенең Маҡтау ҡағыҙҙары һәм аҡсалата приздар менән бүләкләнде.
Шулай уҡ 1-се Асҡар мәктәбе ирекмәндәре сарала ҡатнашыусыларға «Георгий таҫмаһы»н таратты.