+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Бәйгеләр
21 Апрель 2025, 05:13

Өфөлә медиафестивалгә йомғаҡ яһалды

Яңыраҡ Владимир Комаров исемендәге Өфө ҡала балалар ижады һарайында IX асыҡ ҡала балалар-үҫмерҙәр фестивале еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте. Быйыл ул Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Ватанды һаҡлаусы йылына арналды.

Өфөлә медиафестивалгә йомғаҡ яһалдыӨфөлә медиафестивалгә йомғаҡ яһалды
Өфөлә медиафестивалгә йомғаҡ яһалды

«Беҙ медиакосмоста яңы йондоҙҙар яҡтыртабыҙ» девизы менән үткән «Йәш - йәшел түгел» медиафестивалендә 6 йәштән 18 йәшкә тиклемге 950-гә яҡын уҡыусы ҡатнаша. Ике ай дауамында балалар ҡала проекты сиктәрендә медиатренерҙар һәм остаздары үткәргән оҫталыҡ дәрестәренә йөрөй. «Телешко» медиамәктәбе, Өфөнөң «Муха» анимация студияһы, «Вся Уфа» медиайорто һәм Өфөнөң белем биреү ойошмалары балаларға ошондай мөмкинлек бирҙе.

Конкурс жюрийы составында 40-ҡа яҡын кеше эшләй: профессиональ фотографтар, рәссамдар һәм мультипликаторҙар, журналистар һәм радио алып барыусылары, режиссёрҙар, республика телеканалдары, ҡала журналдары проекттары етәкселәре, баш ҡаланың мәғариф учреждениелары педагогтары һәм методистары.

 Өфө ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығы начальнигы Азат Батыршин йәш журналистарҙы бүләкләү тантанаһын асып:

– Балалар, һеҙ – бик шәп кешеләр! Финалсыларҙың бөтә эштәре сағыу, төрлө һәм жюриҙың юғары баһаһына лайыҡ. Фестивалебеҙгә сәскә атыу, сағыу медиатренерҙар һәм талантлы ҡатнашыусылар теләйем. Барығыҙға ла уңыштар һәм яңы ижади идеялар!

Жюри эшенең йомғаҡтары буйынса 188 уҡыусы номинант тип танылды, шуларҙың 60- ы – шәхси проекттар буйынса еңеүселәр һәм призерҙар, 21-е – команда эше.

Фестивалдең абсолют еңеүсеһе тип 93-сө физика-математика лицейының XI-XII cиныф уҡыусылары командаһы танылды. Гран-приға 51-се белем биреү үҙәгенең XI-XII синыф уҡыусылары командаһы эйә булды. Өфө хакимиәтенең мәғариф идаралығының «Әүҙем гражданлыҡ позицияһы өсөн» махсус призы менән 159-сы мәғариф үҙәге командаһы билдәләнде. 14-се мәктәп командаһы «Үҫмерҙәр проблемалары тураһында социаль ролик өсөн» махсус приз алды. Фестиваль Өфө хакимиәтенең мәғариф идаралығы һәм ҡала фәнни эштәре башланғысы буйынса үткәрелә.

 147-се мәктәп уҡыусыһы Ролан Ғабдрахманов«Баҫма интервью» номинацияһында өсөнсө урын яуланы.

 – Конкурсҡа әҙерләгән уҡытыусым Гөлирә Минихан ҡыҙы Айтуғановаға оло рәхмәтемде еткерәм. Киләһе йылға тағын ҡатнашып, беренсе урын алырға тырышырмын, – тине ул.

Эрнест Хәйруллин «Документаль фильм» номинацияһында өсөнсө урын алды. Ул Республика туризм үҙәгендәге «Туристик кинофест» түңәрәгенә йөрөй. Етәксеһе Игорь Васильевич Капитонов:

– Бындай фестивалдәр кәрәк, ул уҡыусыларҙы ижади яҡтан үҫтерә, – тине.

         Фестиваль уҡыусыларға ҡанат ҡуйҙы, илһамландырҙы. Киләһе осрашҡанға тиклем!

 

 

Өфөлә медиафестивалгә йомғаҡ яһалды
Өфөлә медиафестивалгә йомғаҡ яһалды
Өфөлә медиафестивалгә йомғаҡ яһалды
Өфөлә медиафестивалгә йомғаҡ яһалды
Өфөлә медиафестивалгә йомғаҡ яһалды
Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас