

Төрлө тарафтарҙан иң-иңдәр Камил Вәлиев исемендәге сәнғәт колледжына йыйылды. Был ярышты башлап йөрөүселәрҙең береһе булып Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, халыҡ сәсәне Асия Солтан ҡыҙы Ғәйнуллина тора. – Был конкурс үҫеп килеүсе быуынға башҡорт халыҡ эпостарын өйрәтеү, сәсәнлек мәктәбен һаҡлау, үҫтереү һәм һәләтле балаларҙы асыҡлау маҡсатында үткәрелә, – ти ул.
Бәйгеселәр өс йәш төркөмөндә һынау тотто. Йәш сәсәндәрҙең сығыштарын филология фәндәре докторы Гөлнур Хөсәйенова етәкселегендәге абруйлы жюри ағзалары баһаланы.
Алты йәшлек Асия Мөхтәрова Әбйәлил районының Хәлил ауылынан әсәһе, өләсәһе һәм олатаһы менән килеп еткәйне. Ул «Ҡарлуғас» балалар баҡсаһына йөрөй икән.
– Асиябыҙ «Урал батыр» эпосынан 165 юлды ятланы. Район конкурсында үҙ йәш төркөмөндә Гран-при алып һөйөндө. Апайҙарынан күреп, Алһыу менән Әминә һеңлеләре лә эпосты өйрәнә башланы, – тип ҡыуаныстары менән бүлеште өләсәһе Фәнүзә Мөхтәр ҡыҙы.
Гәзитебеҙҙең 95 йыллыҡ юбилей тантанаһында тамашасыларҙы бейеүе менән хайран иткән Самир Латипов хәҙер күптәргә таныш инде. Уның йырсы ла, ҡурайҙа, думбырала оҫта уйнауын да белдек. Самир Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһында V синыфта уҡый. Ә ярышҡа етәксеһе Римма Мирсәйет ҡыҙы Тимербулатова менән «Байыҡ сәсәндең Салауат батырға әйткәне» ҡобайырын әҙерләгән.
– Рәхмәт инде Күгәрсен районынан Азат Хөснуллинға. Улыма үҙ думбыраһын бирҙе, – ти әсәһе Ләйсән Мәргән ҡыҙы.
Самирҙың сығышы күптәргә өлгө булырлыҡ ине. Ҡобайырҙы шиғыр кеүек ятлап түгел, һамаҡлап, думбырала уйнап башҡарҙы. Торғаны артист инде үҙе. Талант үҫеп килә.
Сибайҙа Хәйбулла районының Аҡъяр ауылындағы 3-сө күп профилле полингваль мәктәптән үҙебеҙҙең йәш хәбәрсе Зөлхизә Исҡужинаны күреп тә ҡыуандыҡ. Бигерәк әүҙем ҡыҙ, ниндәй генә бәйгеләрҙә ҡатнашмай! Әле улар сәхнәлә Сарйән Билалов менән (етәкселәре – Айгөл Рәшит ҡыҙы Рәсембәтова) «Алпамыша» ҡобайырынан өҙөктө күрһәтте. Һоҡланып ҡарап ултырҙыҡ.
Бәйгеселәр ярышып ҡына ҡалманы, улар һәм етәкселәре, атай-әсәйҙәре, өләсәйҙәре өсөн филология фәндәре докторы Гөлнур Хөсәйенова, философия фәндәре кандидаты Закирйән Әминев, «Аҡ тирмә» милли-мәҙәни үҙәге етәксеһе Рәйсә Күзбәкова, «Урал батыр», «Аҡбуҙат» эпостарын урыҫ теленә тәржемә итеүсе, «Истоки» гәзитенең баш мөхәррире Айҙар Хөсәйенов, Асия Ғәйнуллина апай оҫталыҡ дәрестәре лә үткәрҙе. Башҡорт халыҡ ижады, милли кейемдәребеҙ, биҙәүестәребеҙ тураһында күпте белеп ҡалдылар.
Фәрҙиә Юнысова, Мирас Үҙәнбаев эпосты башҡарыу оҫталығын күрһәтте.
Баһалама ағзаларына еңеүселәрҙе билдәләү еңел булмағандыр. Ҡатнашыусылар ныҡлап әҙерләнгәйне. Шулай ҙа иң-иңдәрҙе атап китәйек. 5 – 11 йәшлектәр араһында – Сибайҙан Ләйсән Исмәғилева һәм Ишембайҙан Наҙгөл Сәйфетдинова, 12 – 16 йәшлектәр араһында – Бөрйәндән Исмәғил Йыһануров менән Өфөнән Самир Латипов, ә 17– 21 йәшлектәр араһында Хәйбулланан Батырхан Билалов, Сибайҙан Лилиә Биктимерова, Нургизә Раева, Айгизә Вәлиева, Нәркәс Исламғоловалар еңеп сыҡты. Беҙҙең редакция ла махсус бүләген тапшырҙы. Уға Ишембай ҡалаһындағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт интернат-гимназияһынан Наҙгөл Сәйфетдинова, Баймаҡ лицей-интернатынан Дилбәр Фәритова, Өфө ҡалаһындағы Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт-интернат гимназияһынан Самир Латипов лайыҡ булды. Ҡотлайбыҙ!
М. СӘЙЕТОВ.
Сибай ҡалаһы.