

Ул "Урал батыр" эпосын яттан һөйләү бәйгеһендә II урын яуланы. Сая, отҡор ҡыҙға ни бары 4 кенә йәш. Үҙенән ҙур йәштәге балалар менән бер тигеҙ көс һынашып, алдынғылыҡты бирмәне.
Был мәртәбәле сарала район һәм ҡала балалар баҡсаларының иң - иңдәре ҡатнашты, тип әйтергә лә була. Һайланып алынған малайҙар һәм ҡыҙҙар араһынан Амалдың лайыҡлы урын алыуы, әлбиттә, бик ҡыуаныслы.
Артабан да һиңә уңыштар, илһам һәм тел асҡысы теләп ҡалам, аҡыллым!
Резеда МӨХӘМӘТШИНА,
"Йондоҙло" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
Баймаҡ ҡалаһы.