+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Бәйгеләр
3 Май 2025, 06:22

Көслөләр асыҡланды

Башҡортостандың иң яҡшы хәрби-патриотик клубтары асыҡланды.

Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» хәрби-патриотик паркында «Баш­ҡортостан Республикаһының иң яҡшы хәрби-патриотик клубы» конкурсының икенсе этабы үтте. Унда 12 ко­манда ҡатнашты. Программала ниндәй генә ярыштар, конкурстар булманы: «Визит карточкаһы», «Ватан тарихы биттәре буйлап» интеллектуаль уйыны, хәрби эстафета, радиациянан, химик һәм биологик ҡоралдан һаҡланыу, пилот­һыҙ осоу аппараты менән идара итеү...
Еңеүселәр ике төркөмдә билдәләнде. 50 мең­дән ашыу кеше йәшәгән ҡалалар буйынса еңеүселәр:
«Гефест» (Күмертау);
«Зәңгәр йәшендәр» (Өфө);
«Ватан» (Стәрлетамаҡ).
50 меңдән әҙерәк халыҡ йәшәгән ҡала һәм ауылдар буйынса:
«Русь» (Өфө районы);
«Ильяс Кәлимуллин исемендәге «Коллиматор» (Яңауыл районы);
«Йәш пехотасы» (Дү­р­төйлө районы).
Был командалар «Волга буйы федераль округының иң яҡшы хәрби-патриотик клубы» исеме өсөн көрәшәсәк.


Э. РӘШИТОВА.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас