

Бәйге ике турҙа үтте. I турҙа уҡыусылар «Урал батыр» эпосын яттан һөйләһә, II турҙа халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижади өлгөһө булған эпос-ҡобайырҙарҙан өҙөктө сәхнәләштереп күрһәтте.
Халҡыбыҙҙың рухи мираҫы булған мәшһүр «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү – район конкурсының төп шарттарының береһе. Йәш сәсәндәр жюри ағзалары һәм ҡатнашыусылар алдында сығыш яһап, оҫталыҡтарын күрһәтте.
Быйылғы конкурста Мораҙым мәктәбе, Түрһәгәҙе мәктәбе һәм Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының уҡыусылары әүҙемлек күрһәтте.
Ата-бабаларыбыҙҙан күсә килгән рухи ҡиммәтебеҙ «Урал батыр» эпосын һаҡлаусы, һанлаусы уҡыусыларға «Афарин!».
Розалиә ЙӘЛИЛОВА, башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.
Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.