

12 йәшкә тиклемге йөҙләп бала ярышҡа йыйылды. Еңеү көнөнә арналған бәйге гимндарҙы тыңлауҙан һәм полиция ансамбле тарафынан башҡарылған патриотик йырҙар менән башланып китте. Һуңынан үҙәк ойошторған һүрәттәр бәйгеһе еңеүселәре тәбрикләнде. Ҡырҡлап бала Еңеү темаһына бик оҫта төшөрөлгән эштәрен ебәргән.
Ә фехтование һөҙөмтәләре һуңыраҡ билдәле буласаҡ.