+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Бәйгеләр
13 Май 2025, 09:09

«Арктур» һәләтлеләрҙе эҙләй

Өфөләге «Торатау» конгресс-холында X «Арктур» Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсының финалы бара. Иң яҡшы өҫтәмә белем биреү педагогтары асыҡланасаҡ.

«Арктур» һәләтлеләрҙе эҙләй«Арктур» һәләтлеләрҙе эҙләй
«Арктур» һәләтлеләрҙе эҙләй

Арктур — ул күктәге иң яҡты йондоҙҙарҙың береһе, яҙ, йәй башында асыҡ күренә. Әлеге конкурста ла яңы "йондоҙ"ҙар ҡабынасаҡ. Форумда илебеҙҙең төрлө төбәктәренән 250 өҫтәмә белем биреү педагогы ҡатнаша, улар иҫәбендә  — 111 конкурсант. Әлбиттә, ситтән тороп үткәрелгән тур еңеүселәре араһында Башҡортостан педагогтары, өҫтәмә белем биреү ойошмалары ла күп кенә. Уңыштар теләйбеҙ.

«Арктур» форумы тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы булып та тора. Балаларҙың һәләттәрен үҫтереү буйынса эшләгән педагогтар өсөн был бик мөһим сара.

Форумда ҡатнашыусыларҙы Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә, «Патриот» паркына, Турахан мавзолейына сәйәхәт көтә.

Фото: https://vk.com/eduprofrb 

 

 

«Арктур» һәләтлеләрҙе эҙләй
«Арктур» һәләтлеләрҙе эҙләй
«Арктур» һәләтлеләрҙе эҙләй
«Арктур» һәләтлеләрҙе эҙләй
«Арктур» һәләтлеләрҙе эҙләй
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас