

Барлығы 65 һүрәт килде. Уларҙың бер өлөшө гәзитебеҙҙә донъя күрҙе лә инде. Ҡалғандары йыл дауамында мотлаҡ сығасаҡ.
Балалар баҡсаһына йөрөүселәр араһында еңеүселәр:
I урын – Эмир Сафин, 5 йәш, Салауат районы Малаяҙҙағы 3-сө “Бала саҡ иле” балалар баҡсаһы, “Беҙ еңербеҙ, ҡартатай!” һүрәте;
II урын – Регина Рәхимова, 6 йәш, Әбйәлил районы Яңы Балапандағы “Ҡарлуғас” балалар баҡсаһы, “Ғаиләбеҙҙә Еңеү көнө” һүрәте;
III урын – Әҙилә Әфләтунова, 6 йәш, Баймаҡ ҡалаһындағы “Әкиәт” балалар баҡсаһы, “Һуғыштың һәм тыныслыҡтың бер көнө” һүрәте.
Башланғыс синыфтар:
I урын – Асҡар Йәлилов, 8 йәш, Ауырғазы районы Талбазылағы Рәшит Назаров исемендәге башҡорт гимназияһы, “Блокада балалары” һүрәте;
II урын – Розалина Нагаева, 8 йәш, Ауырғазы районы Талбазылағы Рәшит Назаров исемендәге башҡорт гимназияһы, “Үлемһеҙ полк” һүрәте;
III урын – Аделина Клявлина, 9 йәш, Ауырғазы районының Төрөмбәт мәктәбе, “Блокада” һүрәте.
V – XI синыфтар:
I урын – Рания Фазлетдинова, 13 йәш, Өфө ҡалаһындағы “Эколог” үҙәге, “Һалдат күңеле” һүрәте;
II урын – Карина Акатьева, 15 йәш, Дүртөйлө районының Түбәнге Маншыр мәктәбе, “Тыныслыҡ хаҡы” һүрәте;
III урын – Илһөйәр Һатлыҡова, 14 йәш, Ауырғазы районы Талбазылағы Рәшит Назаров исемендәге башҡорт гимназияһы, “Олатайым” һүрәте.
Махсус приз:
Әлиә Нуретдинова, 8 йәш, Белорет районының Шығай мәктәбе, “Еңеү менән ҡайтығыҙ” һүрәте.
Еңеүселәрҙе бүләкләү 4 июнь төшкө 12-лә “Әйҙә уйнарға!” фестивале барышында Совет урамы, 14-се йортта (Милли музей) үтә.
Ошо еңеүселәргә һүрәттәрен Милли музейҙа уҙасаҡ күргәҙмәгә тиҙ арала ебәреү талап ителә. Йәнә түбәндәге эштәр күргәҙмәгә һайлап алынды:
Һүрәттәрҙе 26 майға тиклем Матбуғат йортона килтереп бирергә йә ебәрергә кәрәк. Рамкаға алыу-алмауҙы үҙегеҙ ҡарағыҙ. “Йәншишмә” редакцияһы – 8-се ҡатта. Һорауҙарығыҙ булһа, 89991334462 номеры буйынса шылтыратығыҙ (Лилиә Раил ҡыҙы, гәзиттең яуаплы сәркәтибе).
Дуҫтар! Ҡатнашыуығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! Электрон сертификаттар барыһына ла буласаҡ, һылтанма һалырбыҙ.
Видеобәйге һәм мәҡәләләр конкурсы еңеүселәрен дә ошо байрамға көтәбеҙ!