

"Берҙәм Рәсәй" партияһының йәмәғәт яҡлау штабында ҡыҙыҡлы сара үтте. Ҡыш көнө иғлан ителгән Китап уҡыу марафонында еңеүселәр тәбрикләнде. Төрлө райондарҙан бик күп кеше ҡатнашҡан. Шарт буйынса улар әҙәби әҫәрҙәрҙе уҡып, тәьҫораттары менән социаль селтәрҙә бүлешергә тейеш ине. Конкурсты Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы үткәрҙе.
Еңеүселәрҙе тәбрикләгәндән һуң ойошма үҙҙәре эшләгән "Әлләсе" өҫтәл уйынын уйнарға тәҡдим итте. Алты команда йыйылды. Беҙ, “Йәншишмә”ләр, икенсе урын алдыҡ! Баймаҡ һәм Әбйәлил китап һөйөүселәренән төҙөлгән команда беренсе урынға сыҡты. Ҡотлайбыҙ!