

“Еләккәй” уртансылар төркөмөнә 25 бала йөрөй. Улар башҡортса әкиәт тыңларға, һүрәт эшләргә, таяҡса театры менән уйнарға ярата. Үҫә төшкәс, “Йәншишмә” гәзите менән дә ҡыҙыҡһына башларҙар әле. Сөнки Ғәзинур Сыңғыҙов “Утлы йылдар ауазы” конкурсының “Тасуири шиғыр һөйләүселәр” номинацияһында ҡатнашып, өсөнсө урын алды. Хәҙер башҡалар ҙа видеоларын, һүрәттәрен ебәреп торор инде.
Ғәзинурға Почет грамотаһы менән бүләген ебәргәйнек. Алғандар. Кескәйҙәргә "Йәншишмә" гәзиттәрен дә һалдыҡ. Ҡыҙыҡһынып ҡаранылар, ти тәрбиәселәре. Бер нисә ғаилә яҙылырға ла уйлай. Көтәбеҙ! Конкурстарҙа артабан да ҡатнашып тороғоҙ!