+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Бәйгеләр
29 Май 2025, 08:56

Туймазы командаһы Башҡортостан данын яҡлай

Рәсәй проектының төбәк этабы сиктәрендә республикабыҙҙың төрлө төбәгенән 15 медиакоманда Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә арналған эштәрен тәҡдим итте. Сараны «Беренселәр хәрәкәте» нең төбәк бүлексәһе һәм Рәсәйҙә иң ҙур һөт продукцияһы етештереүсе – «Рәсәй һөтө» компаниялар төркөмө акционерҙар йәмғиәте ойошторҙо.

Туймазы командаһы Башҡортостан данын яҡлайТуймазы командаһы Башҡортостан данын яҡлай
Туймазы командаһы Башҡортостан данын яҡлай

Форумдың төп маҡсаты — медиа карьераһына ынтылыусы һәләтле йәштәргә ярҙам итеү, шулай уҡ коммуникациялар өлкәһендә әүҙем белгестәр берләшмәһен булдырыу. Сарала белем биреү һәм конкурс майҙансыҡтары эшләне. Тәүге өлөштә ҡатнашыусылар алдында медиасфераның танылған эксперттары сығыш яһаны. «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының генераль директоры урынбаҫары Дмитрий Каретко телевидение эше тураһында һөйләне. Анастасия Волкова «Беренселәр хәрәкәте» сиктәрендә социаль селтәрҙәр өсөн контент булдырыу серҙәре менән уртаҡлашты. «Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина медиаформаттар менән эшләү нескәлектәрен асты. Ә матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһенең беренсе урынбаҫары Елена Арямнова балаларҙы республиканың мәғлүмәт киңлегендә ориентирлашырға өйрәтте. Параллель рәүештә конкурс этабы үтте, унда командалар йәштәр мөхитен үҫтереүгә йүнәлтелгән үҙ медиапроекттарын тәҡдим итте.

Туймазы районынан «MediaStar» командаһы беренсе урынға лайыҡ булды! Уларҙы ҡотлайбыҙ һәм уңыштар теләйбеҙ!

Туймазы командаһы Башҡортостан данын яҡлай
Туймазы командаһы Башҡортостан данын яҡлай
Туймазы командаһы Башҡортостан данын яҡлай
Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас