+22 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Бәйгеләр
31 Май 2025, 15:00

«Йәншишмә» хеҙмәткәренә – «бишле»!

Апрель айында белемде тикшереү буйынса  Өфөлә Бөтә Рәсәй «Тоталь диктант» ирекмәндәр акцияһы  уҙғарылғайны.  Унда барыһы 1420 кеше ҡатнашып, ә 182 диктант яҙыусы «бишле» билдәһенә яҙған.

«Йәншишмә» хеҙмәткәренә – «бишле»!«Йәншишмә» хеҙмәткәренә – «бишле»!
«Йәншишмә» хеҙмәткәренә – «бишле»!

 Ошо «бишле»гә яҙыусыларҙы III халыҡ-ара «Китап-Байрам»  йәрминкәһендә  диктанттың авторы, Рәсәй яҙыусыһы Марина Москвина үҙе килеп ҡотланы.

Беренсе төркөм – балалар, икенсе төркөм  сит ил  милләте вәкилдәре булһа, өсөнсө төркөм төрлө йәштәге диктант яҙыусылар ине. Шуларҙың араһында беҙҙең хеҙмәткәребеҙ Лилиә Фазлетдинова «бишле»гә яҙып,   «Тоталь диктант» Фондынан Сертификат һәм  миҙал менән бүләкләнде.

Ҡотлайбыҙ, Лилиә Раил ҡыҙы, тағы ла уңыштар теләйбеҙ!

«Йәншишмә» хеҙмәткәренә – «бишле»!
«Йәншишмә» хеҙмәткәренә – «бишле»!
«Йәншишмә» хеҙмәткәренә – «бишле»!
«Йәншишмә» хеҙмәткәренә – «бишле»!
«Йәншишмә» хеҙмәткәренә – «бишле»!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас