

“Утлы йылдар ауазы” республика конкурсының бүләкләү тантанаһы бөгөн төп музейыбыҙ – Башҡортостан Республикаһы Милли музейында үтте. Өс номинацияла ла иң-иңдәре булған тоғро уҡыусыларыбыҙ йыйылды унда. Өфө, Баймаҡ ҡалаларынан, Бөрйән, Миәкә, Федоровка, Ауырғазы, Дүртөйлө, Салауат, Әбйәлил райондарынан килеп еткәйнеләр.
Байрамды этнография бүлегенең фәнни хеҙмәткәре Айгөл Нил ҡыҙы Ҡужәхмәтова алып барҙы. “Һүрәттәр” номинацияһында еңеүселәрҙе музей директоры Рөстәм Әхмәт улы Исхаҡов ҡотлаһа, гәзитебеҙҙең баш мөхәррире Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов “Мәҡәләләр” номинацияһында призлы урындар яулаусыларға бүләктәр тапшырҙы. Ә тасуири шиғыр һөйләүселәрҙе яуаплы сәркәтип Лилиә Раил ҡыҙы Фазлетдинова тәбрикләне. Һәр балаға Маҡтау ҡағыҙҙары, бүләктәр тапшырылды.
Сара концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Дуҫыбыҙ, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназияһынан Самир Латыпов үҙе яҙған йыр менән сығыш яһаны. Еңеүселәребеҙҙең береһе – Дүртөйлө районы Түбәнге Маншыр мәкәтәбенән Карина Акатьева башҡорт бейеүен башҡарҙы, ә Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейынан Илназ Дәүләтгәрәев шиғыр һөйләне.
Тантаналы өлөштән һуң уҡыусылар, уҡытыусылар һәм ата-әсәләрҙе музей хеҙмәткәрҙәре экскурсияға саҡырҙы. Ҙур рәхмәт уларға! Барыһы ла ҡәнәғәт ҡалды.
Фотолар ошо һылтанма буйынса: https://disk.yandex.ru/d/31TJmP6P0z7H-A.