+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Бәйгеләр
22 Июнь 2025, 11:34

Йәйге конкурсыбыҙ бара!

Йәйге ялды һәр кем үҙенсә үткәрә инде. Моғайын, күптәрегеҙ һауыҡтырыу лагерында ял итер. Кемдәрҙер ата-әсәләре, дуҫтары, синыфташтары менән төрлө иҫтәлекле урындарға сәйәхәт ҡылыр, походтарға сығыр. Арағыҙҙа йәйгеһен аҡса эшләргә теләүселәр ҙә барҙыр.

Йәйге конкурсыбыҙ башланды!Йәйге конкурсыбыҙ башланды!
Йәйге конкурсыбыҙ башланды!

Мәҫәлән, ауылда мал көтөп, емеш-еләк йыйып һатып, өлкәндәргә берәй эштә ярҙам итеп. Быны хупларға, маҡтарға ҡала. Әлбиттә, ауыл малайҙары, ҡаланан ҡунаҡҡа килгәндәр балыҡ та ҡармаҡлар әле. Тиҙҙән емеш еләк бешә, ҡыҙҙар, һеҙ кәрзиндәрегеҙҙе әҙерләй тороғоҙ.

Ҡәҙерле дуҫтар, һеҙгә матур ял теләп, «Минең өс айым» конкурсын иғлан итәбеҙ. Өс ай буйына ниҙәр башҡарасаҡһығыҙ, ҡайҙарҙа булырһығыҙ? Ниндәй мажараларға тарынығыҙ? Шаҡ ҡатырғыс, ҡыҙыҡлы хәлдәргә осранығыҙмы? Һеҙҙән йәйге каникулығыҙҙы нисек үт кәреүегеҙ тураһында матур йөкмәткеле хаттар көтөп ҡалабыҙ. Сифатлы фотолар һалырға ла онотмағыҙ. Бәйгебеҙ 31 авгусҡа тиклем барасаҡ. Иң-иңдәргә редакцияның Почёт грамотаһы, иҫтәлекле бүләге тапшырыласаҡ.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас