

– Беҙҙең университет – Башҡортостан Республикаһы буйынса бындай вәкәләттәре булған берҙән-бер вуз, – тип хәбәр итә Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы, филология фәндәре докторы Гөлфирә Абдуллина "Бәйләнештә" селтәрендәге сәхифәһендә. – 4 йыл дауамында яуаплы бурысты теүәл генә атҡарып киләбеҙ, буғай. Ошо арауыҡта олимпиадала ҡатнашыусылар һаны 300-ҙән 800-гәсә артты, башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетында еңеүселәргә ай һайын түләнә торған стипендия ла 60 меңгә тиклем күтәрелде, улар ике кешелек уңайлы бүлмәлә йәшәйҙәр, урыҫ теленән БДИ 75 балдан кәм булмаған осраҡта уҡырға имтиханһыҙ ҡабул ителәләр. Бының өсөн Өфө фән һәм технологиялар университеты ректоры, профессор Вадим Петрович Захаровҡа ҙур рәхмәтлебеҙ. Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен яҡшы белгән өсөн бер йылда 600 мең аҡса эшләү мөмкинлеге Рәсәй буйынса тик беҙҙә генә.
Төньяҡ-көнсығыш олимпиадаһында ҡатнашып, еңеүселәр иҫәбенә ингән 20-нән артыҡ студент әлеге мәлдә факультетта ойошторолған сараларҙың уртаһында ҡайнап, "бишле"гә генә уҡып, бейеү түңәрәгендә шөғөлләнеп, Таулы Алтай ҡалаһында Бөтә Рәсәй олимпиадаһында беренсе урынға лайыҡ булып, Ҡытайҙа стажировка үтеп, ял итергә Ҡазанға, Санкт-Петербургҡа барып ҡайтып, исемле стипендиялар алып, үҙҙәренең юҡҡа ғына еңеүсе тажын кеймәгәндәрен раҫлап йөрөй.
Һеҙ - еңеүсе! Үҙегеҙҙе ошо бәйгегә әҙерләгән уҡытыусыларҙың, һеҙҙең өсөн хафаланып торған атай-әсәйегеҙҙең, алыҫ юлға сығарып ебәрергә фатиха биргән мәктәп директорының өмөтөн аҡлап, Рәсәй кимәлендәге олимпиаданың еңеүсеһе дәрәжәһенә күтәрелдегеҙ. Һәр ваҡыт шулай алға, еңеүҙәргә табан барығыҙ! Тырышығыҙ, үҙегеҙ өҫтөндә эшләгеҙ! Миҙалды юҡҡа тапшырмайҙар. Ул һеҙҙе яңы уңыштарға, яңы еңеүҙәргә дәртләндерһен!
Еңеүселәр әҙерләгән хөрмәтле уҡытыусылар ҙа еңеүсе! Һеҙгә ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Һеҙ балаларҙы дәртләндереп, уларҙың күңеленә еңеү осҡоно һалаһығыҙ! Эшегеҙҙә ҙур уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, бәрәкәтле ғүмер, ғаилә именлеге теләйбеҙ һеҙгә! – ти ул. Фото һәм сығанаҡ: Гөлфирә Абдуллинаның "Бәйләнештә" селтәрендәге сәхифәһенән.