+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Бәйгеләр
11 Июль 2025, 09:20

Еңеүселәргә — миҙалдар һәм дипломдар

Өфө фән һәм технологиялар университетында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән федераль олимпиада еңеүселәрен тәбрикләнеләр. Был ысын мәғәнәһендәге туған тел байрамы уҡыусылар күңелендә онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы.

Еңеүселәргә — миҙалдар  һәм дипломдарЕңеүселәргә — миҙалдар  һәм дипломдар
Еңеүселәргә — миҙалдар һәм дипломдар

 – Беҙҙең университет – Башҡортостан Республикаһы буйынса бындай вәкәләттәре булған берҙән-бер юғары уҡыу йорто, – ти Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы, филология фәндәре докторы Гөлфирә Абдуллина. – Дүрт йыл дауамында яуаплы бурысты теүәл генә атҡарып киләбеҙ, буғай. Ошо арауыҡта олимпиадала ҡатнашыусылар һаны 300-ҙән 800-гәсә артты. Әгәр баш­ҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетына уҡырға инһәләр, еңеүселәргә ай һайын түләнә торған стипендия ла 60 меңгә тиклем күтәрелде, улар ике кешелек уңайлы бүлмәлә йәшәй. Әйткәндәй, был уҡыусылар урыҫ теленән БДИ һөҙөмтәһе 75 балдан кәм булмаған осраҡта уҡырға имтиханһыҙ ҡабул ителә. Бының өсөн Өфө фән һәм технологиялар университеты ректоры, профессор Вадим Петрович Захаровҡа ҙур рәхмәтлебеҙ.

Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен яҡшы белгән өсөн бер йылда 600 мең аҡса эшләү мөмкинлеге Рәсәй буйынса тик беҙҙә генә. Төньяҡ-көнсығыш олимпиадаһында ҡатнашып, еңеүселәр иҫәбенә ингән 20-нән артыҡ студент әлеге мәлдә факультетта ойошторолған сараларҙың уртаһында ҡайнап, «бишле»гә генә уҡып, бейеү түңәрәгендә шөғөлләнеп, Таулы Алтай ҡалаһында Бөтә Рәсәй олимпиадаһында I урынға лайыҡ булып, Ҡытайҙа стажировка үтеп, ял итергә Ҡазанға, Санкт-Петербургҡа барып ҡайтып, исемле стипендиялар алып, үҙҙәренең юҡҡа ғына еңеүсе тажын кеймәгәндәрен раҫлап йөрөй.

Һеҙ – еңеүсе! Үҙегеҙҙе ошо бәйгегә әҙерләгән уҡытыусыларҙың, һеҙҙең өсөн хафаланып торған атай-әсәйегеҙҙең, алыҫ юлға сығарып ебәрергә фатиха биргән мәктәп директорының өмөтөн аҡлап, Рәсәй кимәлендәге олимпиаданың еңеүсеһе дәрәжәһенә күтәрелдегеҙ. Һәр ваҡыт шулай алға, еңеүҙәргә табан барығыҙ! Тырышығыҙ, үҙегеҙ өҫтөндә эшләгеҙ! Миҙалды юҡҡа тапшырмайҙар. Ул һеҙҙе яңы уңыштарға, яңы еңеүҙәргә дәртләндерһен!

Еңеүселәр әҙерләгән хөрмәтле уҡытыусылар ҙа – еңеүсе! Һеҙгә ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Һеҙ балаларҙы дәртләндереп, уларҙың күңеленә еңеү осҡоно һалаһығыҙ! Эшегеҙҙә ҙур уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, бәрәкәтле ғүмер, ғаилә именлеге теләйбеҙ һеҙгә! – тине ул барыһын ҡотлап.

Бүләкләнеүселәр араһынан баймаҡтар менән һөйләшәбеҙ.

– Ҡыуанысыбыҙҙың сиге юҡ. Беҙҙең Түбә мәктәбенән Нурия Исхаҡова (етәксеһе – Дилә Әҙеһәм ҡыҙы Исхаҡова) – I, ҡаланың 4-се лицейынан Румия Тәхәүетдинова (Гөлгөнә Исмәғил ҡыҙы Яҡшыбаева) – II, Өмөтбай мәктәбенән Гүзәлиә Садиҡова (Альбина Вәкил ҡыҙы Садиҡова) һәм ҡаланың 3-сө мәктәбенән Миләүшә Кейекбирҙина (Лиза Урал ҡыҙы Ниғмәтуллина) III дәрәжә диплом, миҙалдарға һәм иҫтәлекле бүләктәргә лайыҡ булды. Сара бик оҡшаны, матур итеп ойошторғандар. Барыбыҙға ла ҙур иғтибар бүлеп, йылы һүҙҙәр, изге теләктәр әйттеләр. Бик ныҡ шатланып ҡайтырға торабыҙ, – ти улар.

Был тантанала еңеүселәр барыһы ла миҙалдар һәм дипломдар алып һөйөндө. Уларҙы бәйгегә әҙерләүсе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына йәш быуынды рухлы, илһөйәр һәм телһөйәр итеп үҫтереүҙә тос өлөш индергәндәре өсөн Рәхмәт хаттары тапшырылды.

 

Зөһрә ХӘКИМОВА.

Еңеүселәргә — миҙалдар  һәм дипломдар
Еңеүселәргә — миҙалдар  һәм дипломдар
Еңеүселәргә — миҙалдар  һәм дипломдар
Еңеүселәргә — миҙалдар һәм дипломдар
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас