

«Буклет», «Плакат», «Видеоролик» номинациялары буйынса 143 эш килә.
Уҡыусылар юлда һәм транспортта хәүефһеҙлек, янғын ваҡытында, һыуҙа һәм урманда үҙ-үҙеңде тотоу, интернетта һәм өйҙә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре буйынса эштәр ебәргән ине. Матур эштәрҙе жюри ағзаларына баһалауы бик ауыр булған. Балалар ижади һәм ҙур яуаплылыҡ менән ҡараған.
Әбйәлил районының Таһир Күсимов исемендәге IV синыф уҡыусыһы Радмила Әхмәтова «Видеоролик» номинацияһында еңеү яуланы.
- Радмила менән «Ни өсөн вейп уйынсыҡ түгел?» тигән темаға видеоролик төшөрҙөк. Ысынлап та, күп йәштәр вейп менән мауыға, зарарлығына иғтибар итмәй. Бындай кире күренештәр менән үҫмерҙәр ваҡытын һәм һаулығын әрәм итмәһен ине, – ти синыф етәксеһе Зөлфиә Ринат ҡыҙы Амурзина.
– Эшемде ебәргәс тә, түҙемһеҙлек менән көттөм. Бүләкләү тантанаһы бигерәк тә оҡшаны. Беҙгә, шулай уҡ, оҫталыҡ дәрестәре лә үткәрҙеләр. Бигерәк тә беренсе ярҙам күрһәтеү буйынса, – ти Радмила. Үҙемә файҙалы мәғлүмәттәр алдым. Бик шатмын, ҡыуанысым сикһеҙ. Тап ошондай ерҙә фән дә үҫешә. Артабан да төрлө конкурстарҙа ҡатнашырмын, тип уйлайым.