

Килгән ҡунаҡтар бәйгенең юғары кимәлдә ойошторолғанын билдәләне. Турнирҙа етмештән ашыу уҡсы ҡатнашты. Республикала йәйәнән уҡ атыу шөғөлөн тергеҙеүселәрҙең береһе Рәйес Низаметдинов, Рәсәй чемпионатында күп тапҡыр призёр булған Илмир Әхмәтйәнов кеүек хөрмәтле ҡунаҡтар ҡатнашыуы байрамдың дәрәжәһен күтәрҙе.
Күп махсус приздар уйнатылды. Яңыбай мәктәбенең 1978, 1993 йылғы сығарылыш уҡыусылары бүләккә турнирҙың эмблемалары төшөрөлгән футболкалар килтергәйне. Район хакимиәте башлығы Лилиә Рәмил ҡыҙы Мулланурова әҙерләгән приздарҙы ир-егеттәр араһынан – Радмир Шакиров (Силәбе, Үрге Өфәлей), ҡатын-ҡыҙҙарҙан Әлиә Калюнина (Өфө) алып ҡыуанды. Рәйес Йәүҙәт улы әҙерләгән уҡтар Арғаяш егете Тимур Абдулхәйеровҡа насип булды. Ә «Спутник» ойошмаһы иң йәш һәм иң өлкән уҡсыларға бүләк әҙерләгән. Улар Иглиндан Әлиә Әхәтоваға һәм Учалынан Гөлниса Мортазинаға тапшырылды. Гүзәлиә Туйсина иһә иң үҙенсәлекле милли кейем өсөн Өфөнән килгән Лилиә Низаметдиноваға һәм Билән ауылынан Роберт Закировҡа үҙ призын килтергәйне.
Турнирҙа ҡатнашҡан бер бала ла бүләкһеҙ ҡалманы. Уларҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Балаҡатай районы башҡорттары ҡоролтайы, Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте, «Шоңҡар», «Ватандаш», «Ағиҙел», «Башҡортостан ҡыҙы» журналдары, «Йәншишмә» гәзите әҙерләгәйне.
«Йәншишмә» гәзитенә 2026 йылдың беренсе ярты йыллығына подписка менән иң йәш Яңыбай уҡсыһы Ринат Хисмәтуллин бүләкләнде (һүрәттә). Йәнә Иглин ҡасабаһынан Сулпан Ғатауллина менән Динара Бәлхийәрова, Дыуан районы Иҫке Хәлил ауылынан Ильяс Байышев махсус призға лайыҡ булды.
Сәй табынына ауыл халҡы төрлө тәмле ризыҡ килтергәйне. Йыйында ҡатнашыусылар аш-һыуҙы, үтә тәмле, өй ашы кеүек, тип маҡтанылар.
Концерт номерҙары ла шәп булды. «Ярангөл» фольклор ансамбле, «Ихлас» төркөмө, Өфөнән Фазлетдин Фәррәх улының ҡустыһы Айрат Ергизов байрамды музыкаль яҡтан биҙәне.
Ойоштороу комитетына, Яңыбай, Монас ауылдары халҡына, Фазлетдин Фәррәх улының туғандарына, тәмле аш бешергән ашнаҡсыларға, былау әҙерләгән Зөфәр ағайға, ирекмән студенттарға һәм аҡсалата ярҙам күрһәткән һәр кемгә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Киләсәктә ҡатнашыусылар тағы ла күберәк булыр, тип ышанабыҙ.
Миләүшә ВӘЛИЕВА, тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары.
Балаҡатай районы.