+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Бәйгеләр
2 Сентябрь 2025, 20:40

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

Гәзитебеҙҙең «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге төркөмөндә ойошторолған «Балалар – Ер йөҙөнөң биҙәге» конкурсында ҡатнашыусылар өсөн тауыш биреү 20 авгусҡа тиклем барғайны. Кем еңеүсе булыр икән? Һуңғы көндәр­ҙә ярыш ҡыҙғандан-ҡыҙҙы. Шәп приз – аҡыллы колонка өсөн тырышып тауыш йыйҙы беҙҙең бәләкәй дуҫтар. Афарин!

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

Күҙҙе ҡыҙҙырған бүләк Мәсетле районы Яңы Яуыш ауылынан Вилиә ВӘХИТОВАға эләкте. Шулай уҡ күп тауыш йыйған 9 ба­лаға редакцияның Маҡтау ҡағыҙы тапшырыласаҡ. Бына улар: Риана ФӘРИТОВА (Әб­йәлил районы), Азалиә ВӘХИТОВА (Өфө ҡалаһы), Ғайсар ӘБДРӘШИТОВ (Йылайыр, Үрге Сәлим), Ибраһим ЯҠШЫБАЕВ (Иглин, Ҡарамалы), Тимерхан ХӘСӘНОВ (Ҡырмыҫҡалы, Иҫке Бәпес), Айлина АРҒЫНБАЕВА (Белорет, Боғанаҡ), Батыр ҠӘЙЕПҠОЛОВ (Баймаҡ, Темәс), Илнур ҒӨБӘЙҘУЛЛИН (Ишембай ҡалаһы) һәм Гөлфиә ҠОҘАБАЕВА (Хәйбулла, Аҡъяр).
Әйткәндәй, был бәйгелә ҡатнашыусыларҙың күбеһенең сифатлы һәм йөкмәткеле фотолары алдан сайтта һәм «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге төркөмөбөҙҙә сыҡты.
Бар ҡатнашыусыларға рәхмәт әйтәбеҙ, беҙ ойошторған башҡа конкурстарҙа ла гел шулай ҡатнашып тороғоҙ, йәме.
Барығыҙҙы ла яңы уҡыу йылы башланыу менән ҡотлайбыҙ. Һеҙгә һаулыҡ, уңыш һәм яңы еңеүҙәр теләйбеҙ!

Зөһрә ХӘКИМОВА.

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас