

19 октябрҙә балалар шағирәһе, яҙыусы, фольклорсы, тәржемәсе, педагог Рәсимә Миңлебулат ҡыҙы Ураҡсинаның тыуыуына 75 йыл тула.
Дәүләкән районы Яңы Яппар ауылы ҡыҙы үҙҙәрендә – башланғыс мәктәптә, артабан Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика интернат-гимназияһында белем ала. 1974 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлағас, оҙаҡ ваҡыт Сибайҙа һәм Өфөлә уҡыта.
Балалар фольклорын өйрәнеп, Рәсимә Миңлебулат ҡыҙы диссертация яҡлай һәм филология фәндәре кандидаты дәрәжәһен ала. Һуңынан Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында, 2-се педагогия колледжында, Милли әҙәбиәт музейында эшләй, Мәскәүҙә Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһында уҡыта. Ул 2015 йылда арабыҙҙан китте.
Рәсимә Миңлебулат ҡыҙы балалар әҙәбиәте һәм драматургия өлкәһендә емешле ижад итте. Һынамыштар, һанашмаҡтар, тиҙәйткестәр, үсекләшеүҙәр һәм башҡа фольклор өлгөләре тупланған ике томлыҡ йыйынтыҡты нәшер итеүгә ҙур өлөш индерҙе. Тәржемә өлкәһендә лә эшләне.
Китаптары:
Ҡәҙерле дуҫтар! Конкурста ҡатнашыу өсөн Рәсимә Ураҡсинаның бер шиғырын һайлап, уны тасуири итеп башҡарып, видеояҙмаһын беҙгә ебәрергә кәрәк. Уларҙы төркөмдә (https://vk.com/club45440006) йә электрон почтала (yanshishma02@yandex.ru) көтәбеҙ. Шарттарға килгәндә, видеоны яҡты, сит тауыштар булмаған ерҙә төшөрөү мотлаҡ. Яҙма 1 минуттан артмаҫҡа тейеш. Фон, кейем һайлау – үҙегеҙ теләгәнсә. Иң оҫта шиғыр һөйләүселәрҙе кескәйҙәр, башланғыс синыф уҡыусылары һәм өлкәнерәктәр араһынан билдәле артистарыбыҙҙан торған жюри һайлаясаҡ. Барлыҡ ҡатнашыусыларҙы – Маҡтау ҡағыҙҙары, еңеүселәрҙе бүләктәр көтә.
Шиғырҙың атамаһын, башҡарыусының исем-фамилияһын, ҡайҙан икәнлеген, мәктәбен (балалар баҡсаһын), етәксеһенең исем-шәрифен һәм телефон номерын яҙырға онотмағыҙ (мотлаҡ шарт). Башланыҡ! Эштәр 15 октябргә тиклем ҡабул ителә.