+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Бәйгеләр
17 Сентябрь 2025, 08:53

Олимпиада Учи.ру платформаһында була

Юлдарҙа йөрөү хәҙерге заманда ҡатмарлыраҡ. Сөнки автомобилдәр һаны ла артҡандан-арта. Электровелосипедта, мототранспортта йөрөүселәр күп.

Олимпиада Учи.ру платформаһында булаОлимпиада Учи.ру платформаһында була
Олимпиада Учи.ру платформаһында була

 “Хәүефһеҙ юлдар” Бөтә Рәсәй олимпиадаһында ҡатнашыу балаларға ҡала буйлап хәүефһеҙ йөрөргә өйрәнергә ярҙам итәсәк. I – IX синыф уҡыусылары өсөн ойошторола. Мәсьәләләр уларҙың йәшенә ҡарап төҙөлгән. Балалар үҙҙәрен олимпиада персонаждары ролендә пассажир йәки йәйәүле булараҡ һынап, төрлө хәлдәрҙән хәүефһеҙ сығыу юлдарын эҙләйәсәк. 

Быйыл ике тур ҡаралған. I тур 24 сентябрҙән 26 октябргә тиклем бара. II тур 27 ғинуарҙа үтәсәк, унда иң күп балл йыйған уҡыусылар ғына ҡатнаша. Мәсьәләләрҙе сисеү өсөн 1 сәғәт ваҡыт бирелә. Учи.ру платформаһында ойошторола. 

Мәсьәләләрҙе сисеү өсөн 1 сәғәт ваҡыт бирелә. Олимпиада Учи.ру платформаһында ойошторола. Еңеүселәр 3 февралгә тиклем асыҡланасаҡ. Шуныһы мөһим: уҡыусыларҙың еңеүе хаҡында һәләтле кешеләр тураһындағы Дәүләт мәғлүмәт ресурсына индереләсәк.

Проект Рәсәй мәғариф министрлығы олимпиадаларының быйылғы уҡыу йылы исемлегенә инә.

Олимпиада тураһында тулыраҡ мәғлүмәт – Олимпиада «Безопасные дороги» сайтында.

Фото: gosuslugi.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас