+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Бәйгеләр
22 Сентябрь 2025, 10:40

Өфө ҡыҙы – абсолют еңеүсе

Сириуста үткән халыҡ-ара IOCE олимпиадаһында Рәсәй уҡыусылары һәйбәт һөҙөмтәләргә өлгәшкән.

Өфө ҡыҙы – абсолют еңеүсеӨфө ҡыҙы – абсолют еңеүсе
Өфө ҡыҙы – абсолют еңеүсе

Ике алтын, бер көмөш, ике бронза миҙал яулағандар. Экология буйынса олимпиаданың абсолют еңеүсеһе иһә – Өфөләге 93-сө физика-математика лицейының XI синыф уҡыусыһы София Салангина. Климат үҙгәреүе һәм экологик мәсьәләләргә арналған олимпиадала донъяның 11 иленән еңеү өсөн көрәшкәндәр. Софияның эше – ҡалалағы йәшеллектең атмосфералағы углекислый газға йоғонтоһо тураһында. Ҡыҙҙың остазы – биология уҡытыусыһы Анна Аркадьевна Вайн.

Фото: "Бәйләнештә" селтәренән.

Өфө ҡыҙы – абсолют еңеүсе
Өфө ҡыҙы – абсолют еңеүсе
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас