+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Бәйгеләр
23 Сентябрь 2025, 10:10

Баймаҡтар, ҡотлайбыҙ!

Дағстанда уҙған ярышта Баймаҡ уҡсылары призлы урындар яуланы.

Баймаҡтар, ҡотлайбыҙ!Баймаҡтар, ҡотлайбыҙ!
Баймаҡтар, ҡотлайбыҙ!

Баймаҡ уҡсылары халыҡ-ара турнирҙа миҙалдар яуланы. Яңыраҡ Дағстан республикаһының Сулаҡ үҙәгендә (каньонында)  йәйәнән уҡ атыу буйынса 9-сы CANYON-25 исемле халыҡ-ара турнир уҙҙы. Ярышта бөтәһе 162 уҡсы ҡатнашты. Башҡортостан исемен яҡлап 20 уҡсы сығыш яһаны.

Шуларҙың 4-һе Баймаҡ районынан: Ғәфүр Рахманғолов, Тимур Өмөтбаев, Илдус Ибраһимов һәм Луиза Исрафилова.

Турнир үҙ эсенә ЗД-һунар, тиҙ атыш һәм 50 метрға уҡ атыу кеүек ярыштарҙы индерҙе.

ЗД-һунар буйынса Ғәфүр Рахманғолов IV урынға лайыҡ булды. Тиҙ атышта Тимур Өмөтбаев  III урынға сыҡты.  Ә 50 метрға ярышҡанда II урын Ғәфүр Рахманғоловҡа эләкһә, III урынды Тимур Өмөтбаев яуланы.

Уҡсыларыбыҙҙы шундай ҙур еңеүҙәре менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Киләсәктә уңыштар һәм яңы үрҙәр теләйбеҙ!

 

Сығанаҡ һәм фото: “Атайсал” гәзите.

Баймаҡтар, ҡотлайбыҙ!
Баймаҡтар, ҡотлайбыҙ!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас