+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Бәйгеләр
30 Сентябрь 2025, 06:21

Яҡташыбыҙ икенсе турға үткән

Стәрлетамаҡтағы 5-се гимназияның физика уҡытыусыһы, "Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы-2025" конкурсы еңеүсеһе Ренар Хәйбуллин "Рәсәй уҡытыусыһы-2025" бәйгеһенең икенсе турына үткән.

Яҡташыбыҙ икенсе турға үткәнЯҡташыбыҙ икенсе турға үткән
Яҡташыбыҙ икенсе турға үткән

Санкт-Петербургта бер аҙна буйы барған йомғаҡлау этабының тәүге турында 89 конкурсант "Педагогик интервью" һәм "Дәрес" конкурстарында ҡатнашты. Һөҙөмтәлә 20 лауреат билдәле булды. Улар араһында Ренар Хәйбуллин да бар.

Икенсе тур Мәскәүҙә үтә. Педагогтарҙы тағы өс һынау көтә. Еңеүселәр 3 октябрҙә Кремлдә Уҡытыусылар көнөнә арналған байрам тантанаһында бүләкләнәсәк. Уңыштар юлдаш булһын!

Фото:ug.ru. 

Яҡташыбыҙ икенсе турға үткән
Яҡташыбыҙ икенсе турға үткән
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас