+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Бәйгеләр
3 Октябрь 2025, 13:20

Ҡотлайбыҙ!

Ниһайәт, «Минең өс айым» тип исемләнгән йәйге конкурсҡа йомғаҡ яһар ваҡыт етте. Әйтергә кәрәк, бәйге әүҙем генә барҙы.

Ҡотлайбыҙ!Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Төрлө-төрлө йөкмәткеле хаттарҙың килеүе ҡыуандырҙы. Шулай уҡ был юлы малайҙарҙың әүҙем ҡатнашыуы ла бик матур күренеш ине.
Редакцияға килгән хаттарҙың барыһы ла гәзитебеҙҙә баҫылып сыҡты. Бәйгеселәр араһында хатта икешәр мәҡәлә ебәреүселәр бар ине. Еңеүселәрҙе билдәләгәндә хәбәрҙең ҡыҙыҡлы, матур йөкмәткеле булыуына иғтибар иттек.
Шулай итеп:
I урын – Әҙилә АҘНАБАЕВА (Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы баш­ҡорт гимназияһы), «Мәшһүр эпосыбыҙға һөйөүем артты» мәҡәләһе өсөн;
II урын – Байрас ШАФИҠОВ (Өфө ҡалаһы, Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы), «Дим буйында»;
Илнар АЗАМАТОВ (Сибай ҡалаһы, 12-се мәктәп), «Ильясты йәлләп, илай-илай уҡыныҡ»;
III урын – Фәрхәт ХӨСНӨТДИНОВ (Әбйәлил районы, Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназия), «Баш ҡалаға сәйәхәт»;
Илсур ИСЛАМҒОЛОВ (Ауырғазы районы, Талбазы ауылы лицейы), «Үҙебеҙ сығарған себештәр»;
Вадим һәм Морат ӘХМӘТОВТАР (Сибай ҡалаһы, 7-се мәктәп), «Суртан да тоттоҡ».
Ә бына Ауырғазы районындағы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы баш­ҡорт гимназияһынан Таһир РӘХИМОВ («Болғар­ға барып ҡайттыҡ») менән Рената ИБӘТУЛЛИНАға («Иң күңелле көндәрем — ауылда») дәртләндереү приз­дары тапшырыласаҡ.
Конкурсҡа килгән беренсе хат өсөн дә махсус бүләк әҙерләгәйнек. Быйыл уға йәш хәбәрсебеҙ Азалиә ФАЗДАЛОВА (Илеш районы, Үрге Йәркәй­ҙәге 4-се мәктәп) лайыҡ булды. Әйткәндәй, уның ике мәҡәләһе донъя күрҙе.
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ! Улар­ға редакцияның Почёт грамотаһы, яңыраҡ Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә донъя күргән «Еңеү ҡайтыр атай менән»/«Отцы вернутся с победой» китабым һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырыласаҡ.



Зөһрә ХӘКИМОВА,
хаттар бүлеге хәбәрсеһе.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас